Латипов Марат Мөьмин улы
дәүләт хеҙмәткәре From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Латипов Марат Мөьмин улы (15 апрель 1958 йыл) — дәүләт эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһының 1-2 саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты,1992—2000 йылдарҙа Дәүләкән районы һәм Дәүләкән ҡалаһы хакимиәте башлығы, Рәсәй Социаль страховка фондының Башҡортостан төбәк бүлексәһе идарасыһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Почёт ордены һәм 2-се дәрәжә «Батырлыҡ һәм гуманизм» ордендары кавалеры[1], иҡтисад фәндәре кандидаты (2008).
Remove ads
Биографияһы
Марат Мөьмин улы Латыпов 1958 йылдың 15 апрелендә Башҡортостан АССР-ы Дәүләкән районы Ҡоръятмаҫ ауылында колхозсы ғаиләһендә тыуған.
1973 йылда Ҡоръятмаҫ һигеҙ йыллыҡ мәктәбен тамамлағандан һуң, Дәүләкән ҡалаһының 27-се һанлы ауыл хужалығы һөнәри-техник белем биреү училищеһына (хәҙер Бәләбәй ауыл хужалығын механизациялау һәм электрлаштырыу техникумы филиалы) уҡырға инә.
1976—1978 йылдарҙа Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә.
1978—1984 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институтында уҡый, инженер-механик һөнәрен ала.
1984 йылда Дәүләкән районы «Россия» колхозында инженер булып эш башлай.
1984—1986 йылдарҙа Дәүләкән район комитеты комсомол ойошмаһының 2-се секретары.
1986—1990 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Дәүләкән районы «Асылыкүл» колхозы рәйесе.
1990—1991 йылдарҙа Дәүләкән районының агросәнәғәт берекмәһе советы рәйесе.
1991—2000 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Дәүләкән районы һәм Дәүләкән ҡалаһы хакимиәте Башлығы.
![]() |
Марат Мөьмин улы етәкселегендә Дәүләкән районы әүҙем үҫеш алды. Иң мөһим ҡаҙаныштарының береһе — ауылдарҙы тулы масштаблы газлаштырыу тормошҡа ашырылды. Етәксенең халыҡ тураһында ҡайғыртыуы юл төҙөлөшөндә лә сағылыш тапты. Бер-бер артлы асфальт һәм грунт юлдар сафҡа инде. Халыҡты һыу селтәрҙәре менән тәмин итеү проблемалары хәл ителде. Ул етәкселек итеү осоронда Дәүләкән районында яңы мәктәптәр, балалар баҡсалары, спорт-сәләмәтләндереү комплексы, мөһим социаль обьекттар файҙаланыуға тапшырылды. Хеҙмәт һөйөүсәнлек һәм эшкә яуаплы ҡараш уға өҙлөкһөҙ үҫеш һәм алға этәргес тәьмин итә.Удмурт дәүләт университетын тамамлай,2008 йылда кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай[2]. |
![]() |
10 артыҡ фәнни баҫмаһы, шул иҫәптән бер монографияһы бар.
2000 йылдан Марат Мөьмин улы Латыпов Рәсәй Федерацияһы Социаль страховка фондының Башҡортостан төбәк бүлексәһе идарасыһы вазифаһын башҡара.
Remove ads
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
- Башҡортостан Республикаһы 1-се саҡырылыш (1995—1999 йылдарҙа) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты[3]
- Башҡортостан Республикаһы 2-се саҡырылыш (1995—2003 йылдарҙа) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты[4]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Почёт ордены (2000)
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре ()
- Рәсәй Федерацияһының Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Маҡтау грамотаһы (2006)
- Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Маҡтау грамотаһы (2008)
- Башҡортостан Республикаһының Маҡтау грамотаһы (2008)
- 2-се дәрәжә «Батырлыҡ һәм гуманизм» ордены (2008)
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads