Дәүләкән районы

Башҡортостан Республикаһындағы муниципаль район From Wikipedia, the free encyclopedia

Дәүләкән районы
Remove ads

Дәүләкән районы Башҡортостан республикаһының көньяҡ-көнбайышында Дим йылғаһының түбәнге өлөшөндә, уның ике яҡ ярҙары буйында урынлашҡан. 1930 йылдың 20 авгусында ойошторолған. Майҙаны — 1875 км². Район үҙәге — Дәүләкән ҡалаһы.

Ҡыҫҡа факттар Ил, Төрө ...

Дәүләкән районы Ауырғазы, Шишмә, Благовар, Бүздәк, Бәләбәй, Әлшәй, Ҡырмыҫҡалы райондары менән сиктәш.

2002 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса халыҡ һаны — 42,1 мең кеше. Күпселекте башҡорттар (45,77 %), урыҫтар (21,2 %) һәм татарҙар (20,35 %) тәшкил итә. Халыҡтың уртаса тығыҙлығы — 1 км2 22 кеше.

Районда 91 ауыл бар.

Район биләмәләре Ағиҙел буйы убалы тигеҙлегендә ята. Климаты йылы һәм ҡоро. Район биләмәләре аша Дим, Кесе Өйҙөрәк, Оло Өйҙөрәк, Ҡарамалы, Сәрмәсән, Өршәк, Төйлән йылғалары аға. Көнбайышында Асылыкүл урынлашҡан.

Дәүләкән районы аша Силәбе — Өфө — Һамар тимер юлы, Шишмә — Дәүләкән — Ҡырғыҙ-Миәкә һәм Бүздәк — Дәүләкән — Ауырғазы автомобиль юлдары үтә.

Remove ads

Халыҡ һаны

1939 йылдан башлап халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса районда даими йәшәгән халыҡ һаны (кеше):

Ентеклерәк мәғлүмәт Йыл, Халыҡ һаны ...


Милли составы

2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ һанын иҫәпкә алыу мәғлүмәттәре буйынса: башҡорттар — 36,3 %, урыҫтар — 36,1 %, татарҙар — 17,5 %, сыуаштар — 3,4 %, украиндар — 3,3 %, башҡа — 3,4 %[15].

Remove ads

Билдәле шәхестәр


Remove ads

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads