Ла-Манш
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Ла-Ма́нш (франц. la Manche [МФА (фр.): [la mɑ̃ʃ]] — «ең», ингл. English Channel [МФА: [ˈɪŋ.glɪʃ ˈtʃæn.(ə)l]] — «инглиз каналы») — Британия утрауҙарының көньяҡ-көнсығыш яры һәм Франция ярҙары араһындағы диңгеҙ боғаҙы. 1994 йылда боғаҙ аҫтынан, оҙонлоғо буйынса донъяла өсөнсө урында торған, Евротоннель[1] тимер юл тоннеле үтә.
Remove ads
Географик урыны
Па-де-Кале менән Төньяҡ диңгеҙҙе Атлантик океан менән тоташтыра. Оҙонлоғо 578 км, көнбайышта киңлеге 250 км, көнсығышта 32 км, фарватерҙа иң бәләкәй тиәнлек 23,5 м. Боғаҙ аҫтынан Дувр һәм Кале ҡалаларын тоташтырған тоннель һалынған (дөйөм оҙонлоғо 52,5 км, шул иҫәптән 38 км боғаҙ аҫтына). Төп порттары: Портсмут, Саутгемптон, Гавр, Шербур. Боғаҙҙағы эре утрауҙар: Бөйөк Британия ярҙарында Уайт утрауы һәм Франция ярҙарында Норман утрауҙары.
Remove ads
Аталышы
Ла-Манш һүҙе француз телендәге (франц. la Manche — ең) һүҙенән килеп сыҡҡан, был турала 17 быуатта телгә алына. Барлыҡ телдәрҙә лә, славян телдәрен иҫәпкә алып, боғаҙ шулай атала. Испан телендә — El Canal de la Mancha, португаль телендә — Canal da Mancha, немец телендә — Ärmelkanal (Ärmel).
Тик инглиз телендә English Channel "англия каналы " тип атала.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
- Манш
- Евротоннель
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads