Ле-Сабль-д’Олон
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Л-Сабль-д’Олон(франц. Les Sables-d'Olonne) — Франциялағы порт ҡалаһы, Францияның Луара иле төбәгенең Вандея департаменты ҡалаһы) шул исемдәге округтың супрефектураһы.
Яр буйындағы тораҡ пункттар Атлантик океан яры буйындағы тораҡҡа нигеҙ 1218 йылда трубадур Савари-де-Молеон тарафынан һалына. Халыҡ треска балығын тотоу менән шөғөлләнә. Пират Франсуа Олондың тыуған ауылы, уның исеме менән аталған.
Бөйөк француз революцияһы заманында вандей баш күтәреүселәре тарафынан ҡамауҙа ҡалған, ә 1809 йылда унан алыҫ түгел ерҙә инглиздәр менән диңгеҙҙә алышҡан.
1944 йылда сигенгән нацистар портты емерә.
Әлеге ваҡытта Ле-Сабль-д’Олондың иҡтисады туризм һәм балыҡ тотоуға нигеҙләнгән.
Ҡалала пляждар, Ренессанс дәүеренең һәм ХХ быуат сиркәүҙәре күп, бында музейы (элекке аббатлыҡ) һәм зоопарк бар. Ҡаланан алыҫ түгел урында XII быуат монастыры һәм автомобиль музейы урынлашҡан.
Был ҡалала Ж. Сименон яҙған «Отпуск Мегрэ» хикәйәһе ваҡиғалары бара.
Һәр дүрт йылға бер тапҡыр Vendée Глоба елкәнле яхтала донъя тирәләй парус ярыштары үткәрелә.
Remove ads
Туғанлашҡан ҡалалары
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads