Либревиль
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Либреви́ль[2] (франц. Libreville) — Габондың баш ҡалаһы, Эстуарий провинцияһының һәм Либревиль департаментының административ үҙәге. Ҡала Атлантик океандың Габон бухтаһының төньяҡ яр буйында урынлашҡан. Бухтаны барлыҡҡа килтергән Мбе йылғаһының португал телендәге атамаһынан (Gabão) Габон дәүләтенең исеме килеп сыҡҡан
Халҡы — 703 939 кеше (2013)[3][4].
Либревиль илдең мөһим транспорт үҙәге булып тора, ҡалала ҙур халыҡ-ара диңгеҙ порты һәм аэропорт урынлашҡан[5]. Аҙыҡ-түлек, туҡыу, ағас эшкәртеү сәнәғәте предприятиелары, суднолар ремонтлау, университет бар[6].

Remove ads
Этимологияһы
1849 йылда Бразилияның әсирҙәр судноһынан азат ителгән ҡол-африкандар төркөмө ҡалаға нигеҙ һала һәм уларҙы азат итеү хөрмәтенә Либревиль — «ирекле ҡала» (франц. libre — «ирекле, бойондороҡһоҙ», ville — «ҡала») исеме бирелә[7].
Тарихы
1839 йылда бында француздар килгәнгә тиклем үк, ошо биләмәлә күп йылдар дауамында мпонгве ҡәбиләһе йәшәгән. 1846 йылда Бразилияның ҡолдар ташыусы «L’Elizia» карабы Лоангонан алыҫ булмаған урында француз флоты тарафынан ҡулға алына. Азат ителгән ҡолдар (дөйөм һаны 52 кеше) 1848 йылда бында Либревиль (француз теленән тәржемә иткәндә «ирекле ҡала») торамаһына нигеҙ һалған. Либревиль Фритаунға оҡшатып аталған. Ваҡыт үтеү менән ул факториянан һәм ҙур булмаған административ үҙәктән 32 000 кеше йәшәгән ҙур ҡалаға әйләнде.
1886—1888 йылдарҙа ҡаласыҡ Габон француз колонияһының губернаторы резиденцияһы була. 1888 йылдан 1891 йылға тиклем киңәйтелгән Габон-Конго француз колонияһының административ үҙәгенә әүерелә, һуңынан ул Франция Конгоһы тигән дөйөм атама алған. Колония ике провинциянан — Габон һәм Урта Конгонан торған. Либревиль Габондың административ үҙәге була, ә Браззавиль — Урта Конгоның[8].
1904 йылда Либревилдә 1500-гә яҡын кеше йәшәгән, шуларҙың 200-гә яҡыны — европалылар; бында өс эре сауҙа факторияһы, католик һәм протестант (америка) миссиялары, генерал-губернатор резиденцияһы һәм уның ҡарамағындағы ҙур булмаған гарнизон урынлашҡан; сауҙаның ҙур өлөшө (4 миллионға яҡын немец маркаһы) немец сауҙагәрҙәре ҡулында булған[9].
1934 йылдан 1946 йылға тиклем ҡала Франция Экваториаль Африкаһының төп порты функцияларын башҡарған, ә 1940 йылда Габон операцияһының төп маҡсаты булып сығыш яһаған. Бынан һуң Икенсе донъя һуғышы дауамында, 1940—1945 йылдарҙа, Либревиль Африкала «Ирекле Франция» хәрәкәтенең үҙәге була.
1960 йылда яңы ойошторолған Габон дәүләтенең баш ҡалаһы статусын ала. Бойондороҡһоҙлоҡ башланғандан алып, ҡала байтаҡ үҫешкән һәм хәҙер бөтә ил халҡының яртыһын тиерлек һыйҙыра.
Remove ads
Климаты
Либревиль субэкваториаль климат зонаһында урынлашҡан һәм ул оҙайлы дымлы, ҡыҫҡа ҡоро миҙгел булыуы менән ҡылыҡһырлана. Ямғырҙар миҙгеле яҡынса 9 ай (сентябрҙән майға тиклем) дауам итә. Был ваҡытта биләмәлә күпләп яуым-төшөм яуа. Июндән авгусҡа тиклем ҡоро миҙгел дауам итә, был осорҙа йыл һайын уртаса 35 миллиметр самаһы яуым-төшөм яуа. Шул уҡ климат зонаһында урынлашҡан башҡа ҡалаларҙағы кеүек үк, Либревилдә лә температура йыл дауамында сағыштырмаса тотороҡло булып ҡала. Март айында иң юғары (уртаса, 30 градус самаһы), ә июлдә минималь (26,4 градус самаһы) температура күҙәтелә[10].
Remove ads
Иҡтисады
Экспорттың төп статьялары: каучук, пальма майы, какао һәм ағастың тропик сорттары[11].
Бында аҙыҡ-түлек, туҡыу, тәмәке, теген, ағас эшкәртеү, металл эшкәртеү сәнәғәте предприятиелары, шулай уҡ суднолар ремонтлаусы верфтәр урынлашҡан[5][12].
Беренсе банк ҡалала 1930 йылда асыла — Көнбайыш Африка банкы бында үҙенең филиалын урынлаштыра.
Шулай уҡ йылылыҡ электр станцияһы һәм университет бар[5].
Remove ads
Транспорт
Ҡаланан 11 километр алыҫлыҡта урынлашҡан Либревиль халыҡ-ара аэропорты Габондың иң ҙур аэропорты булып тора.
Рәсми тел
Рәсми тел — француз теле[13]. Әйтелештең бер ни тиклем боҙолоуына ҡарамаҫтан, ҡала халҡын аңлауы бик еңел.
Мәҙәниәт

Либревиль иҫтәлекле урындарына түбәндәгеләр инә:
- Милли сәнғәт һәм традициялар музейы. Бында фанг, митсого һәм теке халыҡтарының йола битлектәре коллекцияһы һаҡлана.
- Француз мәҙәни үҙәге
- Изге Мария соборы
- Сен-Мишель сиркәүе — ул үҙенең архитектураһы һәм сығыштарында халыҡ музыка ҡоралдарын ҡулланған хоры менән билдәле[14]
- Яҡында урынлашҡан «мәҙәни ауылдар».
Галерея
- Либревиль мәсете
- Ҡаланың үҙәге
- Милли сәнғәт музейы
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads