Люксембург

From Wikipedia, the free encyclopedia

Люксембургmap
Remove ads

Люксембу́рг Бөйөк Герцоглығы (люксем.Groussherzogtum Lëtzebuerg, франц. Grand-Duché de Luxembourg, нем. Großherzogtum Luxemburg) — Көнбайыш Европала урынлашҡан дәүләт бөйөк герцоглыҡ. 1957 йылдан алып Европа Берләшмәһенең ағзаһы. Герцоглыҡ Бельгия, Германия и Франция дәүләттәре менән сикләнә. Илдең атамаһы үргенемец теленән «lucilinburch» — «бәләкәй ҡала» барлыҡҡа килә.

Ҡыҫҡа факттар
Remove ads

Политик структура

Люксембург — конституциялы монархия. Дәүләт башлығы — Бөйөк герцог. Ил менән дәүләт-министр башлығындағы хөкүмәт идара итә. Дәүләт-министрҙы (хөкүмәт рәйесен) Бөйөк герцог билдәләй. Ҡануниәт хакимиәтенең юғары органы — биш йылға һайланған бер палаталы парламент.

Административ бүленеш

Thumb

Люксембург округтарҙан тора, ә округтар кантондарға һәм коммунналарға бүленә.

3 округ:

  • Люксембург;
  • Дикирш;
  • Гревенмахер.

12 кантон:

  1. Вианден — Вианден ҡ.
  2. Вильц — Вильц ҡ.
  3. Гревенмахер — Гревенмахер ҡ.
  4. Дикирх — Дикирх ҡ.
  5. Эш — Эш ҡ.
  6. Эштернах — Эштернах ҡ.
  7. Капеллен — Капеллен ҡ.
  8. Клерво — Клерво ҡ.
  9. Люксембург — Люксембург ҡ.
  10. Мерш — Мерш ҡ.
  11. Ремищ — Ремиш ҡ.
  12. Роданж — Роданж ҡ.

Кантондар 118 ҡала һәм ауыл коммунналарынан тора.

Remove ads

Халҡы

Thumb
Люксембургтағы хәрби парад

Люксембургтың барлыҡ халҡы 502 меңдән ашыу кеше тәшкил итә. Илдең төп халҡы — люксембурглылар, лётцебургер (үҙатама). Улар һинд-европа телдәр ғаиләһенең герман группаһының люксембург телендә аралашалар. Тағы ла немец һәм француз телдәре киң таралған.

Галерея

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads