Македония (Греция)

From Wikipedia, the free encyclopedia

Македония (Греция)map
Remove ads

Македони́я (юнан. Μακεδονία), шулай уҡ Грек Македо́нияһы ( Эге́й Македо́нияһы йәки Аҡ диңгеҙ Македо́нияһы терминдарын башлыса Грецияның төньяҡ күршеләре файҙалана[2]) — Македонияның тарихи-географик өлкәһе өлөшө, уны 1912—1913 йылдарҙа Балҡан һуғышы осоронда грек армияһы азат иткән. Бухарест килешеүе (1913) буйынса ул Греция составына ингән, майҙаны хәҙерге грек дәүләтенең 25,9 % территорияһын тәшкил итә.

Ҡыҫҡа факттар Нигеҙләү датаһы, Рәсми атамаһы ...

Грецияла Македония тип кенә атала, был Грецияның халыҡ һаны һәм майҙаны буйынса икенсе урында торған регионы.

Македония 1912 йылғы географик Македонияның 52,4% майҙанын биләй һәм уның халҡының 52,9 % тәшкил итә.

Remove ads

Географияһы

Македония — Төньяҡ Грецияның (Northern Greece) тарихи географик өлкәһе, уның иң ҙур майҙанын биләй. Көнбайышта Пинд тауҙарынан башлап Эпир менән , көнсығышта Нестос йылғаһы буйлап Фракия менән сикләшә. Көньяҡ сигенең өстән ике өлөшө Эгей диңгеҙе буйынан үтә, өстән бере — Камвуния һәм Олимп тауҙары буйлап Фессалияға барып сыға. Төньяҡтан дәүләт сиге Албания, Төньяҡ Македония һәм Болгария янынан үтә.

Был Аттиканан ҡала иң ҙур майҙанлы ( ил ерҙәренең 25,9 %) һәм иң күп кеше йәшәгән географик өлкә. Майҙаны 34 177,564 квадрат километр[3]. 2011 йылғы иҫәп алыу буйынса халҡы 2 402 532 кеше[4].

100 мең тирәһе славян телле әҙселек бар, 10 - 30 мең тирәһе кеше үҙен македониялы һанай, улар үҙҙәрен гректарға индермәй [5].

Македония Грецияның утрау өлөшөнән ландшафтының байлығы, тәбиғәт шарттарының төрлөлөгө, флора һәм фаунаһының күп төрлөлөгө, изге урындары, археологик ҡомартҡылары һәм боронғолоғо менән айырылып тора.

Remove ads

Административ бүленеше

«Калликратис» программаһы буйынса административ яҡтан 3 периферияға бүленә,уларҙың береһе Фракияны, 14 периферия берәмеген һәм 1 айырым административ берәмек Айон-Оросто (Афон) үҙ эсенә ала.

Көнбайыш Македония периферияһы ошондай берәмектәрҙән тора: Гревена, Кастория, Козани һәм Флорина, административ үҙәге — Козани. Үҙәк Македония ошондай берәмектәрҙән тора: Иматия, Килкис, Пела, Пиерия, Салоники, Сере һәм Халкидики, административ үҙәге — Салоники. Көнсығыш Македония һәм Фракия ошондай берәмектәрҙән тора: Драма, Кавала һәм Тасос.

Ентеклерәк мәғлүмәт Македония, Поз. ...
Remove ads

Македонияла тыуғандар

  • Аристотель, боронғо грек философ һәм ғалимы
  • Филипп II Македонский, Македония базилевсы.
  • Александр Македонский, Македония базилевсы.
  • Константин-Кирилл Философ и Мефодий, глаголица авторҙары.
  • Василий Македонянин (830—886), әрмән сығышлы византия императоры.
  • Димитрий Кидонис (1324—1398) — грек гуманисы һәм латинсыһы.
  • Филофей Коккин — грек руханийы, философ
  • Исидор Киевский (Исидор Грек) — митрополит
  • Коттуниос Иоаннис (юнан. Ἰωάννης Κωττούνιος) (15771658) — атаҡлы грек ғалимы, философ һәм гуманист.
  • Мейданис Панос — легендар грек клефы.
  • Папазолис Георгиос (1725—1775) —рус армияһы офицеры, 1770 йылғы грек баш күтәреүе етәксеһе.
  • Паппас Эммануил, 1821 йылғы грек революцияһы ҡаһарманы.
  • Касомулис Николаос (1795—1872) — яҙыусы-тарихсы
  • Анастасиос Каратасос (1766—1830) — грек революцияһы ҡаһарманы
  • Гацос Ангелис (1771—1839) — грек революцияһы ҡаһарманы
  • Лассанис Георгиос (1793—1870) — грек революционеры, яҙыусы * Гоце Делчев, болгарский революционер.
  • Хадзис Василиос (1870—1915) — рәссам -[[маринист
  • Деметриус Викелас (1835—1908) — Халыҡ-ара Олимпия Комитетының МОК беренсе президенты.
  • Димитр Благоев, болгар сәйәсмәне.
  • Мустафа Кемаль Ататюрк (1881—1938) — премьер-министр (1920—1921) һәм Төркиә президенты (1923—1938).
  • Константинос Караманлис (1907—1998) — премьер-министр (1955—1963, шулай уҡ 1974—1980) һәм Греция президенты (1980—1985 һәм 1990—1995).
  • Вицорис Димитрис (1902—1945) — грек рәссамы, экспрессионист.
  • Антон Югов (1904—1991) — сәйәсмән, Болгария премьер-министры , (1956—1962 йй.)..
  • Сардзетакис Христос, Греция президенты.
  • Георгиос Зорбас (1867—1942) — Грек Зорба прототибы. роману).

Шулай уҡ ҡара

  • Македоняне
  • Македония (область)
  • Македония ТВ — местный телеканал
  • Аэропорт Македония — государственный аэропорт Салоников
  • «Македония» — греческая газета в Греческой Македонии.
  • Славяне в Греции

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads