Маргарет Тэтчер
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Ма́ргарет Хи́льда Тэ́тчер, бароне́сса Тэ́тчер (ингл. Margaret Hilda Thatcher, Baroness Thatcher; тыумыштан Ро́бертс; 13 октябрь 1925 йыл — 8 апрель 2013 йыл[6]) — Бөйөк Британияның 1979—1990 йылдарҙағы 71-се премьер-министры (Консерватив партия), 1992 йылдан баронесса. Был вазифаны биләгән тәүге һәм әлегәсә берҙән-бер ҡатын-ҡыҙ, шулай уҡ Европа дәүләттәрендәге беренсе ҡатын-ҡыҙ премьер-министр. Тэтчерҙың етәкселек осоро XX быуатта иң оҙайлыһы. Советтар Союзы етәкселеген ҡырҡа тәнҡитләгәне өсөн уға «ҡаты леди» (русса «железная леди») ҡушаматы тағыла. Уның премьер-министр булараҡ тормошҡа ашырған консерватив саралары «тэтчеризм» тип аталған сәйәсәттең айырылғыһыҙ өлөшө.
Remove ads
Йәшлек йылдары
М. Тэтчер тыуған йорт
Маргарет Робертс 1925 йылдың 13 октябрендә Грантем ҡалаһында тыуған. Уның атаһы Альфред Робертс сығышы менән илдең үҙәгендә урынлашҡан Нортгемптонширҙан, әсәһе — Беатрис Ител (тыумыштан Стефенсон) (1888—1960) Англия көнсығышында, Төньяҡ диңгеҙ буйындағы Линкольнширҙан[7]. Уның бала сағы атаһының ике бакалея лавкаһы булған Грантемда үтә[8].
Remove ads
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads