Маяковский Владимир Владимирович

From Wikipedia, the free encyclopedia

Маяковский Владимир Владимирович
Remove ads

Владимир Владимирович Маяковский (7 [19] июля 1893, Багдати, Кутаиси губернаһы[15] — 14 апрель 1930, Мәскәү) — рус совет шағиры. Футурист. XX быуаттың күренекле шағирҙарының береһе[16][17].

Ҡыҫҡа факттар Зат, Гражданлыҡ ...
Thumb
Маяковский тыуған йорт

Шиғриәт тыш, үҙен сағыу драматург, киносценарист, кинорежиссёр, киноактер, рәссам, «ЛЕФ» («Левый фронт»), «Новый ЛЕФ» журналдарының мөхәррире итеп таныта.

Remove ads

Биографияһы

Владимир Маяковский Рәсәй империяһының Кутаиси губернаһының Багдати ауылында (совет осоронда ҡасаба Маяковский тип атала) Эриван губернаһында өсөнсө разрядлы урмансы булып эшләүсе (1889 йылдан — Багдат урмансылығында) Владимир Константинович Маяковский ғаиләһендә (1857—1906) тыуа. Әсәһе, Александра Алексеевна Павленко (18671954), Кубань казактары тоҡомонан, Кубанда, Тернов станицаһында тыуған. 1924 йылғы «Владикавказда — Тифлис» поэмаһында Маяковский үҙен «грузин» тип атай. 1927 йылда ул: «Мин 1894 йылда[18] Кавказда тыуғам. Атайым — казак, әсәйем — украин. Беренсе телем — грузин теле. Шулай, өс мәҙәниәт араһындамын», — ти (Праганың «Presse Prager» гәзитенә интервьюһынан)[19]. Атаһы яғынан өләсәһе, Данилевская Ефросинья Осиповна — тарихи романдар авторы Г. П. Данилевскийҙың ике туған һеңлеһе, Запорожье казактарынан. Буласаҡ шағирҙың ике апаһы: Людмила (1884 йыл1972 йыл) һәм Ольга (1890 йыл1949 йыл), ике ағаһы: Константин (өс йәшендә скарлатинанан вафат була) һәм Александр (сабый сағында үлә) була.

1902 йылда Маяковский Кутаисиҙа гимназияға уҡырға инә. Ата-әсәһе кеүек үк ул грузин телендә иркен һөйләшә. Революция демонстрацияһында ҡатнаша, агитация брошюралары уҡый. 1906 йылдың февралендә, ҡағыҙҙарҙы теккәндә бармағына энә сәнсеп, ҡаны ағыуланып атаһы вафат була. Шул ваҡыттан алып Маяковский заколка һәм булавкаларҙы күрә алмай, бактериофобия унда ғүмерлеккә ҡала.

Шул уҡ йылдың июлендә Маяковский әсәһе һәм апаһы менән бергә Мәскәүгә күсенә, унда 5-се классик гимназияның (хәҙер — Мәскәүҙең Поварҙар урамындағы 91-се мәктәбе) 4-се класына уҡырға бара, унда Б. Л. Пастернактың ағаһы Шура менән бер класта уҡый. Ғаилә фәҡирлектә йәшәй. 1908 йылдың мартында уҡыу өсөн түләмәгәнлектән 5-се синыфтан сығарыла.

Беренсе «ярымшмғырын» 3-сө гимназияла рөхсәтһеҙ сығарылған «Порыв» журналында баҫтыра. Үҙенең һүҙҙәре буйынса, «бик революцион килеп сыға һәм шул уҡ дәрәжәлә йәмһеҙ ҙә».

Мәскәүҙә Маяковский революцион көйләнештәге студенттар менән таныша һәм марксистик әҙәбиәт менән мауыға башлай, 1908 йылда РСДРП сафына инә. Сауҙа-сәнәғәт подрайонында пропагандист була, 1908—1909 йылдарҙа өс тапҡыр ҡулға алына (йәшерен типография эше, анархист-экспроприаторҙар менән бәйләнештә шикләнеү, Новинск төрмәһенән сәйәси каторжан ҡатын-ҡыҙна ярҙам итеүҙә шикләнеү буйынса). Беренсе эш буйынса, бәлиғ булмағанлыҡтан, судтан һуң ата-әсәһенең ҡулына тапшырыла; икенсе һәм өсөнсө эштәр буйынса өсөн дәлилдәр етешмәгәнлектән азат ителә.

Төрмәлә Маяковский «ғауға ҡуптара», шуға күрә уны йыш ҡына бер урындан икенсеһенә күсереп йөрөтәләр: Басманный[20], Мещанский[21][22], Мясниницкий[23] һәм, ниһайәт, Бутырка төрмәһе. Унда ул, «Мин үҙем» автобиографияһында яҙыуынса, 11 ай яңғыҙ камерала ултыра үткәрә (ғәмәлдә — яҡынса 6 ай: 1909 йылдың 2 июленән 1910 йылдың 9 ғинуарына тиклем).

Thumb
Маяковский 1910 йылда

Төрмәлә 1909 йылда Маяковский тағы шиғырҙар яҙа башлай, әммә яҙғандарынан ҡәнәғәт булмай. Ххәтирәләрендә былай тип теркәй:

Вышло ходульно и ревплаксиво. Что-то вроде:

    «В золото, в пурпур леса одевались,
    Солнце играло на главах церквей.
    Ждал я: но в месяцах дни потерялись,
    Сотни томительных дней».

Исписал таким целую тетрадку. Спасибо надзирателям — при выходе отобрали. А то б ещё напечатал!

Remove ads

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads