Мейе
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Баш мейеһе — ғәҙәттә, тәндең баш (алғы) бүлегендә урынлашҡан һәм нейрондар һәм синапстар компакт тупланмһы булып торған хайуандарҙың нервы системаһының үҙәк бүлеге. Күп хайуандарҙа шулай уҡ глиаль күҙәнәктәр була, тоташтырыусы туҡыма тышсаһы менән уратып алыныуы мөмкин. Умыртҡалы хайуандарҙа (шул иҫәптән кешелә) баш һөйәге ҡыуышлығында һәм умыртҡа каналындағы арҡа мейеһендә урынлашҡан баш мейеһен айыралар.
Remove ads
Умыртҡаһыҙ хайуандарҙың мейеһе
Bilateria — ике яҡлы-симметрик хайуандар төркөмдәренең күпселегендә мейе яҡшы үҫешкән. Хатта гистологик яҡтан иң примитив эсәкһеҙ турбеллярийҙарҙа ла (хәҙер Acoelomorpha айырым төрөнә ҡаратыла), кортекс, нейропиль һәм комиссуралар[1] булған, ярайһы уҡ ҡатмарлы баш мейеһе бар.
Һөтимәрҙәрҙең мейе бүлектәре

Һөтимәрҙәрҙең мейеһе үҙ эсенә түбәндәге бүлектәрҙе ала:
- Арҡа мейеһе
- Баш мейеһе
- Оҙонса мейе
- Артҡы мейе
- Кесе мейе — хәрәкәт координацияһы
- Варолиев күпере
- Ромб формаһындағы мейе муйыны
- Урта мейе
- Аралыҡ мейеһе
- Таламус — еҫ һиҙеү ағзаларынан тыш, хис-тойғо ағзаларының мәғлүмәтен таратыу
- Гипоталамус — вегетатив нерв системаһының юғары үҙәге, эндокрин көйләү үҙәге
- Шеш һымаҡ есем — эске секреция биҙе, өсмөйөш рәүешендә, баш мейеһенең эпиталамус өлкәһендә урынлаша (шишковидное тело)
- Гипофиз
- Сикке мейе
- Ҙур ярымшарҙар ҡабығы (мейенең һул һәм уң ярымшары)
- Аллокортекс
- Боронғо ҡабыҡ — күҙ ҡабағын асыу һ. б. иң ябай ғәмәлдәрҙе көйләү
- Иҫке ҡабыҡ — инстинктив тәртип, эмоциялар барлыҡҡа килгәндә, вегетатив функцияларҙы көйләү
- Неокортекс (яңы ҡабыҡ) — юғары нервы функциялары
- Аллокортекс
- Базаль ганглиялар — хәрәкәт һәм вегетатив функцияларҙы көйләү
- Еҫ һиҙеү мейеһе
- Гиппокамп (мейенең өлөшө) — эмоциялар формалашыуы, хәтерҙе туплау
- Ҙур ярымшарҙар ҡабығы (мейенең һул һәм уң ярымшары)
Ҡара: Мейе структураларының тулы исемлеге
Remove ads
Аҡыл һәм мейе
Аң фәлсәфәһендә аҡыл һәм мейе төшөнсәләре айырыла[2] һәм уларҙың теүәл мөнәсәбәттәре буйынса ҡапма—ҡаршылыҡтар билдәләнә, был «аҡыл-тән» проблемаһына килтерә[3].
Баш мейеһе баш һөйәге сиктәрендә булған һәм төп электрохимик һәм биоэлектр нейрон процестары өсөн яуаплы физик һәм биологик матдә булараҡ билдәләнә. Хәҙерге фән күҙлегенән ҡарағанда, мейе — бик күп логик бәйләнешле электрохимик хәрәкәттәр йәки импульстар етештереүсе һәм эшкәртеүсе ҡатмарлы нервы селтәре. Кешенең эске донъяһы, шул иҫәптән уның аҡылы, был эштең продукты булып тора.
Хәҙерге фәнни берләшмәлә аҡыл-мейе эшенең продукты тигән ҡараш өҫтөнлөк итә[4]. Яһалма интеллект яҡлылар ҙа шулай тип иҫәпләй[5].
Бынан тыш, аҡыл компьютерға оҡшаш һәм алгоритмик тигән фекерҙәр ҙә бар[6][7]. «Аҡылдың мейе менән барлыҡҡа килеүе» һәм «аҡылдың компьютерға оҡшашлығы» ҡараштары бер-береһе менән мотлаҡ бәйле түгел[8].
Һөтимәрҙәр мейеһенең ҙурлығы
Төрлө һөтимәрҙәр төркөмдәре өсөн мейе массаһы (кг) тән массаһы (Мт, кг) функцияһы булараҡ[9][lower-alpha 1].
Үлсәмдәренең үҙгәреүе
Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, ҡырағай ата-бабалары менән сағыштырғанда йортлаштырылған америка шәшкеләренең мейеһенең сағыштырмаса ҙурлығы кәмегән. Әммә был шәшкеләрҙең ҡайһы берҙәре ҡасып, ҡырағайланғас, уларҙың мейеһе элекке ҙурлығына ҡайта. Был ғәҙәти булмаған күренеш, сөнки ғәҙәттә йорт хайуандарының мейеһе ҡырағайланғандан һуң тергеҙелмәй. Ҡырағай шәшкеләрҙең баш һөйәге ҡумтаһының сағыштырма күләме ҡырағай шәшкеләрҙең күләменә тигеҙ тиерлек. Был, йортлаштырыу менән бәйле, ҡырағай шәшкеләрҙең мейе юғалтыуҙарын ҡаплау мөмкинлеген күрһәтә.
Вена университеты һәм Шотландия Милли музейы ғалимдарының тикшеренеүҙәре күрһәтеүенсә, хәҙерге йорт бесәйҙәренең мейеһе уларҙың ҡырағай ата-бабаларына ҡарағанда бәләкәйерәк була. Был һуңғы 10 мең йыл эсендә, яйлап, йортлаштырыу һөҙөмтәһендә, күҙәтелә. Ғалимдар фекеренсә, тик ҡуҙғыусанлығы һәм ҡурҡыуы кәмегән ҡырағай бесәйҙәр генә йортлаштырыуға бирелеүсән булған. Был йорт бесәйҙәренең тән төҙөлөшөндә, реакцияларында һәм ғәҙәттәрендә үҙгәрештәргә, шулай уҡ баш һөйәге һәм мейе ҙурлығының кәмеүенә килтергән. Ошондай уҡ тенденция эттәрҙә, һарыҡтарҙа һәм йорт ҡуяндарында ла күҙәтелә. Баш мейеһенең кәмеүе хайуандарҙың интеллектуаль һәләттәренә һәм уларҙың тәртибенә йоғонто яһауы тураһында һорау артабанғы тикшеренеүҙәрҙе талап итә.
Ғалимдар кеше мейеһенең күләме алты миллион йыл эсендә артҡанын асыҡлай, әммә һуңғы өс мең йыл эсендә ул кәмей башлай. Тикшеренеүселәр был глобалләшеү, кооперация һәм хеҙмәт бүленеше кеүек социаль үҙгәрештәр менән бәйле тип фаразлай. Баш мейеһе энергияны күп талап иткән орган булып тора, шуға күрә уның ҙурлығын кәметеү яңы йәшәү шарттарына яраҡлашыу һөҙөмтәһе булыуы мөмкин. Ғалимдар үҙҙәренең гипотезаһын раҫлау өсөн ҡырмыҫҡалар нигеҙендәге моделдәрҙе һәм ҡаҙылма баш һөйәктәрен өйрәнеүҙе ҡуллана.
Remove ads
Мейе мәҙәниәттә
Организмда мейенең төп әһәмиәте арҡаһында мейе темаһы популяр. Боронғо заманда еңелгән кешенең йәки хайуандың мейеһен ашау тәндең башҡа өлөштәренең дә дошман көстәрен алыуын символлаштыра. Урта быуаттарҙа мейе йөрәк менән бер рәттән тормош үҙәге булараҡ аңлатылған. Хәҙерге ваҡытта мейе темаһы нәфис әҙәбиәттә, видеоуйындарҙа һәм фильмдарҙа, атап әйткәндә, зомбиҙар тураһында фильмдарҙа киң таралған.
Remove ads
Мейене өйрәнеү тарихы
XX быуат башында ике асыш: рефлектор акттарын анализлау һәм баш мейеһе ҡабығында функцияларҙың локализацияһын асыҡлау хәҙерге мейе тураһындағы фәнгә нигеҙ һала[11][12]. Был асыштар нигеҙендә ябай яраҡлашыусан ирекһеҙ хәрәкәттәр мейенең аҫҡы бүлектәренән үткән сегмент кимәлендәге рефлектор дуғаһы ярҙамында тормошҡа ашырыла[13], ә аңлы ҡабул итеү һәм ирекле хәрәкәттәр юғары ким әге рефлекстар менән тәьмин ителә, уларҙың сенсомотор дуғаһы мейенеңкимәлдәге рефлекстар менән тәьмин ителә, уларҙың сенсомотор дуғаһы мейенең юғары бүлектәренән үтә[14].
Remove ads
Шулай уҡ ҡарағыҙ
- Баш мейеһе
- Кешенең баш мейеһе
- Баш мейеһен ҡан менән тәьмин итеү
- Гематоэнцефалик барьер
- Эндокрин система
- Гипоталамус-гипофизар системаһы
- Лимбик система
- Сикә-түбә үҙәге
- Энцефализацияланыу коэффициенты
- Ярымшарҙар араһындағы асимметрия
- Ләззәт үҙәге
- Аң
- Хәтер
- Юғары нервы эшмәкәрлеге
- Электроэнцефалограмма
- Нейробиология
- Нейрохимия
- Мейеләр (субпродукт)
- Мейенең ҡартайыуы
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads