Метамерия (биология)

From Wikipedia, the free encyclopedia

Метамерия (биология)
Remove ads

Метамери́я ( мета- һәм юнан. μέρος — өлөш, бүлкәт, шулай уҡ сегментация, быуынтыҡ) — организмдарҙың кәүҙәһе буйынан-буйына үҙ-ара оҡшаш сегменттарға - метамерҙарға бүленеше.

Ҡыҫҡа факттар Является характеристикой ...
Thumb
Ер селәүсене — метамерияның классик миҫалы

Эстән дә, тыштан да ағзалары метамерлы булған осраҡта - ысын метамерия, ә тышҡы яҡтан ғына булһа - псевдометамерия тип атала.

Thumb
Ямғыр селәүсене ысын метамерлы: һәр сегменты бер иш булып ҡабатлана

Бөтә организмды солғап алғаны - тулы метамерия, бындай метамерия ҡулсалы селәүсендәргә һәм быуынтыҡ аяҡлыларға хас.

Организмдың ҡайһы бер өлөшөндә генә осраған тулы булмаған метамерияны ошолай бүлеү ҡабул ителгән: дерматомер (тире), миомер (мускул), склеромер (һөлдә), нейромер (нервылар).

Тән метамерҙары төҙөлөшө һәм функциялары оҡшаш булған осраҡта гомоном метамерия тип атала; тышҡы яҡтан оҡшаш булмаған осраҡта гетероном метамерия тураһында һүҙ бара.

хордалыларҙа яралғы сағында метамерия асыҡ беленә, ә артабанғы этаптарында һөлдә төҙөлөшөндә, мускулатурала, ҡан тамырҙары һәм нервы системаһында күҙгә ташлана. Мәҫәлән, кешенең а метамер һыҙаттары һөлдәһендә (умыртҡа), арҡа мейеһе ҡоролошонда, ҡабырғалары, ҡабырға араһындағы мускулдар һәм нервылар сиратлашыуында күренә.

Thumb
Шәкәр ҡамышындағы киҫелештә метамерҙар

Юғары үҫемлектәрҙә һабаҡтағы быуындар һәм быуын арауыҡтары метамерия миҫалы булып тора [1].

Remove ads

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads