Шайморатов Миңлеғәле Минһажетдин улы
хәрби хеҙмәткәр, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының командиры From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Шайморатов Миңлеғәле Минһажетдин улы (15 август 1899 йыл — 23 февраль 1943 йыл) — хәрби хеҙмәткәр, генерал-майор. Граждандар һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 112-се (һуңынан 16-сы Чернигов гвардия дивизияһы) Башҡорт кавалерия дивизияһын ойоштороусы һәм 1941 йылдың декабренән 1943 йылдың февраленә тиклем уның командиры. Рәсәй Федерацияһы Геройы (2020, үлгәндән һуң).

Remove ads
Биографияһы
Миңлеғәле Минһажетдин (Минһаж) улы Шайморатов 1899 йылдың 15 (яңыса 27) авгусында элекке Өфө губернаһының Өфө өйәҙе[1] Биштәкә ауылында батрак мишәр ғаиләһендә бишенсе бала булып донъяға килгән. (Был ауыл хәҙер Шайморатов тип атала). Документтарҙа милләте татар.[3][4][5][6]
Хәрби хеҙмәте
1918 йылда Белореттан сығып Архангелгә килеп еткән В. К. Блюхерҙың Көньяҡ Урал партизандар армияһына барып ҡушыла. Аҙаҡтан Төркөстан фронтының 1-се армияһы составындағы 1-се Айырым башҡорт-татар кавалерия бригадаһы сафында һуғыша, 1920 йылдың июнь баштарында Көньяҡ-Көнбайыш фронттың 12-се армияһында Польшаға ҡаршы, Ростов өлкәһен Врангель армияһынан азат итеүҙә С. М. Буденныйҙың 1-се атлы армияһы составында ҡатнаша, Ҡырым һәм Кавказ фронттарында һуғыша.
1924—1931 йылдарҙа Мәскәүҙә ВЦИК ҡарамағындағы Юғары дөйөм хәрби училищела уҡый, 1934 йылда М. В. Фрунзе исемендәге Хәрби академияны алтын миҙал менән тамамлай.
1934—1935 йылдарҙа Төркиәлә, 1936—1940 йылдарҙа Ҡытайҙа хәрби атташе була.
Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, фронтта. 1941 йылдың авгусында ул үҙенең полкы менән фронтҡа китә һәм генерал-майор Л. М. Доваторҙың кавалерия төркөмөнә (артабан — кавалерия корпусы) барып ҡушыла.
1941 йылда республика хеҙмәтсәндәре иҫәбенә 112-се Башҡорт атлы дивизияһы ойошторола. Декабрь урталарында фронттан полковник Миңләғәле Шайморатов ҡайтып төшә һәм ойошторолоп ятҡан дивизияны ҡабул итеп ала.
1943 йылдың 23 февралендә, дошман тылындағы оҙайлы рейдтан һуң фронт һыҙығы аша сыҡҡан ваҡыттағы тиңһеҙ һуғыштарҙа Башҡортостан баһадир улы гвардия генерал-майоры М. М. Шайморатов Ворошиловград өлкәһе Ивановка районының Штеровка утары янында батырҙарса һәләк була.[7][8][9][10]
Remove ads
Маҡтаулы исемдәре, башҡа бүләктәре һәм хәрби дәрәжәләре
- Рәсәй Федерацияһы Геройы (2020, үлгәндән һуң)[11].
- 1938 йыл — полковник;
- 1942 йыл —генерал-майор.
- ике Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1938, 03.12.1941[12]);
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (14.02.1943)[13].
Хәтер


- Рәсәй Президенты Владимир Путиндың 2020 йылдың 30 мартындағы Указы менән «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы осоронда немец-фашист илбаҫарҙары менән көрәштә күрһәткән ҡыйыулығы һәм батырлығы өсөн» Миңлеғәле Шайморатовҡа үлгәндән һуң «Рәсәй Федерацияһы Геройы» тигән юғары исем бирелде[11][14].
- 2019 йылдың 19 декабрендә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай ҡарары менән Башҡортостандың Шайморатов ордены булдырылды һәм уның статуты раҫланды[15][16].
- 2019 йылдың 28 июнендә V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров хәбәр итеүенсә, Өфөлә Совет майҙанында легендар генерал Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл ҡуйыласаҡ[17].
- 2018 йылдың майында Еңеү көнө алдынан Башҡортостан музейҙарында легендар дивизия командиры Миңлеғәли Шайморатов тураһында документаль фильм күрһәтелде[18].
- 2015 йылдың 11 сентябрендә Ҡырмыҫҡалы районы Шайморат ауылында 112-се Башҡорт атлы дивизияһы һәм уның командиры генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа арналған Хәрби Дан мемориалы асылды[19].
- 2012 йылдың 21 ноябрендә Рәсәй Президентының 1561-се Указы менән Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығы Эске ғәскәрҙәренең 27-се Махсус тәғәйенләнеш отрядына М. М. Шайморатов исеме бирелде.[20][21]
- Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Ҡарары менән Өфөләге күп профилле полилингваль 44-се, 162-се «Смарт» мәктәптәрендә һәм Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында Миңлеғәли Шайморатов исемендәге кластар булдырылған. Уларҙа Геройға бағышланған кабинет-музейҙар йыһазландырылған. Уҡыуҙа юғары күрһәткестәргә өлгәшеүселәргә «Йәш шайморатовсы» билдәһе тапшырыла[22].
Remove ads
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
«Шайморатов генерал» йыры
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads