Мәҙрәсә

From Wikipedia, the free encyclopedia

Мәҙрәсә
Remove ads

Мәҙрәсә (ғәр. مدرسة, «өйрәнә торған урын») — мосолмандар өсөн дини урта уҡыу йорто.

Thumb
Марокконың Фес ҡалаһындағы Әл-Ҡарауин мәҙрәсәһе — даими рәүештә эшләүсе донъялағы иң боронғо юғары уҡыу йорто тип иҫәпләнә

Мәғлүмәт

Мәҙрәсәлә уҡытыу‑тәрбиә эше менән мөҙәрис, мулла һәм мөғәллимдәр етәкселек итә.

Мәҙрәсәлә малайҙар һәм ҡыҙҙар айырым уҡытыла. Бында уҡыу башлыса түләүһеҙ булған. Уҡыу курсы алты йылдан туғыҙ йылға тиклем барып еткән.

Әҙерлек кимәле буйынса шәкерттәр 3 баҫҡысҡа бүленә:

  • башланғыс (ибтидаи),
  • урта (рушди),
  • өлкән (иғдадиә).

Уҡытыу программаһына ғәрәп теле, Ҡөрьән һәм уның тәфсирҙәре, хәҙистәр, философия, ҡалам, шәриғәт, ислам тарихы, догматика, логика, фикһ һәм башҡа фәндәр ингән. Элек Башҡортостан мәҙрәсәләрендә уҡытыу башланғыс кластарҙа — төрки, өлкәндәрҙә ғәрәп һәм фарсы телдәрендә алып барылған.

Мәҙрәсәне тамамлаусылар университетҡа уҡырға керә алған.

Remove ads

Тарих

Мәсет янындағы тәүге мәҙрәсә — Әл-Ҡарауин 859 йылда Мароккола асыла. Хәҙерге ваҡытта Әл-Карауин мәҙрәсәһе даими рәүештә эшләүсе донъялағы иң боронғо юғары уҡыу йорто булып иҫәпләнә. Мәҙрәсәләр IXXIII быуаттарҙа мосолмандар күп йәшәгән илдәрҙә, ғәҙәттә ҙур мәсеттәр янында барлыҡҡа килгән. Урта быуаттарҙа мәҙрәсәләр уҡыу йорто ғына түгел, мосолмандар өсөн мәҙәни үҙәк тә булып торған. Шулай уҡ революцияға тиклемге Рәсәй төбәктәрендә (Бохара, Сәмәрҡәнд, Хиуа, Урта Волга буйы, Башҡортостан, Көньяҡ Урал, Себер һәм башҡа урындарҙа) мәҙрәсәләр эшләп килә.

XVII быуаттың 2‑се яртыһында Башҡортостанда беренсе мәҙрәсәләр асыла. XIX быуаттың 2‑се яртыһында йәҙитселлек йоғонтоһонда яңы ысуллы мәҙрәсәләр («Ғәлиә», «Ғосмания», «Рәсүлиә», «Хөсәйениә» һ. б.) барлыҡҡа килә.

1865 йылға ҡарата Өфө губернаһында 814 мәктәп һәм мәҙрәсә булһа, ә 1913 йылда — 579 мәктәп һәм 32 мәҙрәсә иҫәпләнгән, уларҙа барлығы 90 меңдән ашыу шәкерт уҡыған. 1917 йылғы революциянан һуң мәҙрәсәләрҙең күпселеге ябыла, ҡалғандары берҙәм хеҙмәт йәки милли совет мәктәптәренә үҙгәртелә.

Хәҙерге заманда Башҡортостанда Өфө ҡалаһында Ғәлиә, Мәрйәм Солтанова исемендәге, Рәсәй ислам университеты, Стәрлетамаҡ ҡалаһында «Нур әл‑Иман», Октябрьский ҡалаһында «Нуруль Ислам» һәм башҡа мәҙрәсәләр эшләп килә.

Remove ads

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads