Марокко
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Марокко (ғәр. المغرب Әл-Мәғриб, бербер. ⵍⵎⵖⵔⵉⴱ), рәсми исеме — Марокко Короллеге (ғәр. المملكة المغربية Әл-Мәмләкәт әл-Мәғрибиә, бербер. ⵜⴰⴳⵍⴷⵉⵜ ⵏ ⵍⵎⵖⵔⵉⴱ Такулдет н лмгриб[4]) — Төньяҡ Африканың алыҫ көнбайышындағы дәүләт . Баш ҡалаһы — Рабат[5].
Remove ads
Географияһы
Төньяҡтан — Урта диңгеҙ, көнбайыштан — Атлантик океан, көнсығышта — Алжир һәм көньяҡтан Мавритания[6] менән сиктәш. Марокко һәм Испанияны бүлеп торған тар диңгеҙ һыҙатында ике ил араһында бәхәсле анклавтар бар, атап әйткәндә, Сеута, Мелилья һәм йәнә бер нисә утрау[7][8].
Этимологияһы
Ил рәсми рәүештә ғәр. المملكة المغربية Әл-Мәмләҡәт әл-Мәғрибиәт, һүҙмә — һүҙ — «Мәғрибия короллеге» тип атала, бынан тыш, илдә үҙатамалары бар ғәр. المغرب الأقصى, Әл-Мәғриб-әл-Аҡса — «алыҫ Көнбайыш», һәм ғәр. مراكش — Марракиш, урта быуаттарҙағы баш ҡалаларының береһенән алынған ойконим. Европала XIX быуат ахырында илдең атамаһы французса Maroc формаһында таралыу алған, был яҙыуҙың төрлө варианттары ҡулланылған: Morocco, Marok, Marokko һ. б. Испания ғына үҙенә башҡа — испанса ил исеме исп. Marruecos[9].
Remove ads
Тарихы
Мароккола кеше иртә палеолиттан алып йәшәгән. Тан-Тандан Венера — 19 99 йылда Германия экспедицияһы тарафынан Марокконың Тан-Тан ҡалаһынан көньяҡтараҡ Дра йылғаһы үҙәнендә табылған 58 мм оҙонлоҡтағы антропоморф кварцит фигура — 300 мең йылдан ашыу элек йәшәгән тип иҫәпләнә.
2010 йылда Темарала табылған 8 йәшлек баланың һөлдәһенә 108 мең йыл тип һанайҙар[10]..
1956 йылдан бирле Марокко Берләшкән Милләттәр ағзаһы, 1958 йылдан — Ғәрәп Дәүләттәре Лигаһы һәм 1959 йылдан — Халыҡ-ара Олимпик Комитет һәм 1969 йылдан — Ислам Хеҙмәттәшлек Ойошмаһы, 1981 йылдан Франкофония ағзаһы булып тора. Марокко Африка Берлегендә булмаған берҙән-бер африка иле.
Марокко парламентлы конституцион монархия, парламент дәүләт тарафынан һайлана.
Халҡы
Халҡы 36,91 млн кеше тәшкил итә (2020 йылдың июненә ҡарата). Был халыҡ һаны буйынса Африкала Мысыр, Судан һәм Алжирҙанҡала дүртенсе урында торған ғәрәп телле ил . Халыҡтың 60 % тирәһе — ғәрәптәр, 40 % — берберҙар. Европалылар 60 000 кеше тәшкил итә (башлыса француздар, испандар һәм португалдар), йәһүдтәр 3000 тирәһе[11].

Йыллыҡ халыҡ үҫеше 1,5 % тәшкил итә (2009).
Тыуым кимәле: 20,96 яңы тыуған бала / 1000 кеше (2009).
Үлем кимәле: 5,45 үлем / 1000 кеше (2009).
Уртаса ғүмер оҙонлоғо — ир-егеттәрҙә 69 йәш, ҡатын-ҡыҙҙарҙа 74 йәш(2009).
Грамоталылыҡ — 60 % ир-ат, 40 % ҡатын-ҡыҙ (2004 йылғы халыҡ иҫәбен алыу буйынса).
Ҡала халҡының һаны даими арта, хәҙер ҡалаларҙа мароккандарҙың 49 % йәшәй. Иң эре Марокко ҡалалары — Касабланка, Рабат һәм Фес.
Remove ads
Дин
Мароккола ислам (ғәр. الإسلام في المغرب — дәүләт дине. Ил халҡының (37,1 млн кеше, 2020 йылға) 99 % — ы-мосолмандар (күпселеге Мәлики мәҙһәбе сөнниҙәре, ҡалған 1 % — ы — шиғыйҙар, ҡөрьәнселәр, ғибәҙиҙәр һ. б.[12]. Мароккола исламдың Заһирия (инг.)баш. ағымы ла күҙәтелә. Мароккола күп һанлы сәләфи[ҡалыпты бөтөрөү] хәрәкәте вәкилдәре бар. Сәләфилек йоғонтоһонда илдең мәсеттәрендә һәм башланғыс мәктәптәрендә мотлаҡ рәүештә әшәрилек (инг.)баш. өйрәнелә. Король Мөхәммәд VI (инг.)баш. администрацияһы дәүләт программаһы ярҙамында илдә сәләфилеккә ҡаршы көрәшә
Remove ads
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
Әҙәбиәт
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads