Назрань
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Назрань (ингуш. На́на-На́ьсаре, Наьсаре); рус. Назрань, 1944—1957 йылдарҙа — Коста-Хетагуров) — Рәсәй ҡалаһы, Ингушетияның иң ҙур ҡалаһы, Назрань районының административ үҙәге.
Республика әһәмиәтендәге ҡала. Назрань ҡалаһы ҡала округын барлыҡҡа килтерә[3].
Remove ads
Этимологияһы
XIX быуат уртаһында Назрань ауылы булараҡ телгә алына. Топонимды антропонимдан сыҡҡан тип фаразлайҙар — халыҡ риүәйәттәрендә тәүге төпләнеүсенең исеме Нясара тип телгә алына.
Географияһы
Ҡала Сунжа йылғаһының һул ярында, республиканың көнбайыш өлөшөндә, Төньяҡ Осетияның административ сиге буйында урынлашҡан. Баш ҡаланан— Магастан — төньяҡ-көнбайышҡа табан 4 км алыҫлыҡта урынлашҡан.

Тарихы
1781 йылда нигеҙләнгән. Рәсми документтарҙа 1810 йылда телгә алына.
1863 йылда бында Ингушетияла иң беренсе дини булмаған уҡыу йорто асылған. 1893 йылда вокзал асылған.
1944 йылда, ингуш халҡы депортацияһынан һуң Чечен-Ингуш АССР-ы бөтөрөлөүе менән ауыл Төньяҡ Осетия составына индерелә, һәм осетин шағиры К. Л. Хетагуров исеме хөрмәтенә Коста-Хетагуров тип үҙгәртелә. Чечен-Ингуш АССР-ы тергеҙелгәндән һуң 1957 йылда ауылға Назрань исеме кире ҡайтарыла.
1967 йылда ҡала статусы бирелә. [4].
Административ бүленеше
Назрань ҡалаһы дүрт административ округҡа бүленә[5][6][7]:
Халҡы
2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәр буйынса 2016 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халҡы буйынса ҡала 146 Рәсәй Федерацияһының 1112[8] ҡалаһы араһында [9] 375-се урында була
- Милли составы
2010 йылғы бөтә рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәр буйынса[10]:
Remove ads
Климаты
Remove ads
Галереяһы
- Назрань ҡалаһы быуаһы.
- Бөйөк Ватан һуғышы шәһиттәре иҫтәлеге Мемориалы, 2010 йыл.
- Бөйөк Ватан һуғышы шәһиттәре Мемориалы, 2011 йыл.
- Тимер юлы вокзалы. Вокзал яны майҙаны.
- Тимер юлы вокзалы. Перрон яғынан, 2011 йыл.
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads