Әзербайжандар
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Әзербайжандар (әзерб. azərbaycanlılar[21] آذربایجانلیلار, Azərbaycan türkləri ترکهای آذربایجانی, türklər ترکها ) — Әзербайжан һәм төньяҡ-көнбайыш Ирандың ҙур өлөшөн алып торған төрки телле халыҡ.[22][23].
Дөйөм һаны 29 млн кеше[1]. Иран һәм Әзербайжандан башҡа Рәсәйҙә (Дағстан), Грузияла (Борчалы) һәм Төркиәлә (Карс һәм Ыгдыр) әзербайжандар күпләп йәшәй.
Дағстан Республикаһының аҙ һанлы урындағы халҡы булып иҫәпләнә. Ислам диненең шиғисылыҡ динен тоталар. Антропологик яҡтан әзербайжандар европоид расаһының каспий тибына ҡарай.
Әзербайжанда 8 миллиондан артыҡ әзербайжан йәшәй, һәм улар ил халҡының 91 процентын тәшкил итә. Ирандың Тәһран, Кереж, Мәшһәд ҡалаларында әзербайжандарҙың мәхәлләләре бар.
Рәсәйҙә Көньяҡ Дағстанда 2002 йылғы иҫәп буйынса 111 656 әзербайжан йәшәй.
Remove ads
Әҙәбиәт
- Статья «Азербайджанцы» // Народы России. Атлас культур и религий. — М.: Дизайн, Информация. Картография, 2010. — 320 с.: с илл. ISBN 978-5-287-00718-8
Иҫкәрмәләр
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads