Найроби

From Wikipedia, the free encyclopedia

Найробиmap
Remove ads

Найро́би (ингл. һәм суахили Nairobi) — экватор янында урынлашҡан, Кенияның баш ҡалаһы, Көнсығыш Африканың иң эре ҡалаһы.

Ҡыҫҡа факттар Ил, Провинция ...
Remove ads

Тарихы

Thumb
Найробиҙың ер юлдашынан төшөрөлгән фотоһы

Элек ҡала урынында һаҙлыҡ булған. 1899 йыл бында уганда тимер юлы тәьмин итеүсе станция төҙөлгән. Был станция тимер юлының штаб-квартира вазифаһын үтәгән. Атамаһы ошо тирәләге һыу сығанағы исеменә бәйле. масай телендә яңғырашы Ewaso Nyirobi (Эвасо Найроби), башҡортсаға тәржемә итһәк, һалҡын һыу тигән мәғәнәлә. 1900 йыл был тирәне солғап алған биҙгәк бубон тағынынан һуң ҡаланы бөтөнләй яндырып бөтөрәләр.

Remove ads

Иҡтисады

Thumb
I&M бакыһының Найробиҙағы штаб-квартираһы

Найробиҙа Найробий фонд биржаһы (NSE) урынлашҡан. NSE Африкала сауҙа күләме буйынса 4-се, баҙарҙы ВВП-ға ҡарата капиталлаштырыу мөнәсәбәттәре буйынса 5-се урындарҙы биләй[2].

Шулай уҡ Найробиҙа ҡайһы бер халыҡ-ара компаниеларҙың һәм ойошмаларҙың төбәк вәкиллектәре эшләй. Шулай 2007 йыл буына General Electric, Young & Rubicam, Google, Coca Cola, Zain и Cisco Systems перенесли свои африканские штаб-квартиры в Найроби[3][4].Шулай уҡ эре африка компанияларының да штаб-квартиралары бар.

Ҡалала кейем-һалым, текстиль, төҙөлөш материалдары, аһыҡ-түлек, эсемлектәр , сигарет етештерелә. Ҡалала шулай уҡ ҡайһы бер халыҡ-ара компанияларҙың заводтары урынлашҡан: Goodyear, General Motors, Toyota Motors, Coca Cola.

Туризм

Thumb
Найроби милли паркында жираф ҡала фонында

Туризм бигүк үҫешмәһә лә, ҡаланың иҫтәлекле урындары бар. Беренсе сиратта Найроби милли паркы. Уның уникаллеге шулай размерҙағы мегаполис янында урынлашыуы. Милли паркта 400 төр хайуан һәм ҡош йәшәй. Сафари буйлап йәйәү йөрөү - туристарҙың яратҡан шөғөлө.[5].

Найробиҙа бер нисә музей бар. Иң ҙурҙарынан береһе Кенияның милли музейы. Ул музейҙа homo erectus типиаталған малайҙың һөйәктәре һаҡлана. Икенсе бер иҫтәлекле урыны Найробиҙың тимер юл музейы һәм Карен Бликсен музейы.

Найробиҙы ҡайһы саҡ донъя сафарийы тип атайҙар. Күп кенә ҡала ҡунаҡханалары ошо йүнәлештә эшләй. Күп кенә биш йондоҙло отелдәр бар: Найроби Серена, Лайко Рейгенси (ранее Гранд-Рейгенси), Уиндор (Карен), Холидей Инн, Ист-Африкан Сафари Клуб (Лилиан Тауэрс), Стэнли Хотел, Сафари Парк энд Казино, Интерконтиненталь, Панари Хотел, Хилтон һәм Норфолк Хотел.

Тағы ла ҡалала Африкалағы иң ҙур һырғалаҡ (каток) — Солар Айс Ринк урынлашҡан. Был һырғалаҡ 2005 йыл асылған. Уның майҙаны яҡынса 15 000 м² һәм бер юлы 200 кешене ҡабул итә[6].Ҡаланың эре сауҙа селтәрҙәре булып Nakumatt, Uchumi һәм Tuskys тора.

Ентеклерәк мәғлүмәт Ҡала климаты, Күрһәткес ...
Remove ads

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads