Кения
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Ке́ния (суахили һәм ингл. Kenya [ˈkɛnjə]), рәсми атамаһы — Ке́ния Респу́бликаһы (суахили Jamhuri ya Kenya, ингл. Republic of Kenya) — Көнсығыш Африкалағы дәүләт. Бөйөк Британияның элекке колонияһы, 1963 йылдың 12 декабрендә бойондороҡһоҙлоҡ ала. Милләттәр Берләшмәһе составына инә.
Бөгөнгө көндә ил Көнсығыш Африка илдәре араһында иң йылдам үҫешеүсе илдәрҙең береһе булып тора.
Баш ҡалаһы — Найроби. Аҡса берәмеге — Кения шиллингы.
Remove ads
Этимологияһы
Ил Кениялағы тау хөрмәтенә аталған, уны кикуйю телендә Кере-Ньяга («тау» йәки «аҡ тау») тип атайҙар[6].
Тарихы
Боронғо осор
Кения, күп ғалимдар фекеренсә, кешелектең боронғо ата-бабалары төйәге булып тора. Унда, Рудольф күленең көнсығыш яры буйында, яҡынса 3 миллион йыл элек Ломеквиҙа йәшәгән ата-бабаларҙың эш ҡоралдары һәм һөйәктәре табылған[7].
Күпкә һуңыраҡ Кения территорияһында хәҙерге эфиоп расаһына яҡын кешеләр йәшәгән. Унда шулай уҡ койсан (хәҙерге Көньяҡ Африка) раса тибындағы ҡәбиләләр була. Һуңыраҡ көнбайыштан хәҙерге покомо, суахили һәм миджикендаларҙың ата-бабалары булған негроид банту телле ҡәбиләләр килә.
VIII—VIII быуаттарҙа Кения ярҙарында буйында суахили сауҙа үҙәктәре барлыҡҡа килә башлай. Улар Африканың эске райондары менән Һиндостан һәм Ғәрәбстан араһында аралашсы булараҡ сауҙа менән шөғөлләнә. Африканан тимер, алтын, фил һөйәге, мөгөҙморон мөгөҙө, ҡолдар сығаралар, үҙенә металл әйберҙәр, кәсеп әйберҙәре, туҡымалар индерелә.
Remove ads
Физик-географик ҡылыҡһырлама
Географик урынлашыуы

Дәүләт төньяҡта Эфиопия, көнсығышта Сомали, көньяҡ-көнбайышта Танзания, көнбайышта Уганда, төньяҡ-көнбайышта Көньяҡ Судан менән сиктәш. Дәүләт сигенең дөйөм оҙонлоғо — 3477 км: Эфиопия менән — 861 км, Сомали менән — 682 км, Көньяҡ Судан — 232 км, Танзания менән — 769 км, Уганда менән — 933 км[8].
Ярҙарын көньяҡ-көнсығыштан Һинд океаны һыуҙары, көнбайышта Виктория күле менән йыуа, яр буйы һыҙатының оҙонлоғо — 536 км[8]. Кенияның майҙаны — 582 650 км², шуларҙың 11 230 км² — һыу өҫтө[9]. Максималь оҙонлоғо — көньяҡ-көнсығыштан төньяҡ-көнбайышҡа табан 1131 км һәм төньяҡ-көнсығыштан көньяҡ-көнбайышҡа табан 1025 км[9]. Илдең үҙәгенә яҡын ерҙә экватор үтә.
Административ бүленеше
2013 йылға тиклем Кения территорияһы 8 провинцияға һәм 71 өйәҙгә бүленгән. 2013 йылдың мартынан 47 округ иҫәпләнә.

Remove ads
Халҡы
Иҫәбе, урынлашыуы
Халыҡ һаны — 47 564 296 жителей[12] (2019 йылғы халыҡ һанын иҫәпкә алыу).

Йыллыҡ үҫеш — 2,2 % (2009—2019);
Тыуым — 1000 кешегә 35 (бала табыу — 1 ҡатын-ҡыҙға 4,4 бала, сабыйҙар үлеме — 1000-гә 53);
Үлем — 1000 кешегә 9;
Ғүмер оҙонлоғо — 58,8 йәш (ирҙәргә — 58 йәш, ҡатын-ҡыҙҙарға — 59 йәш);
Иммунодефицит вирусы (ВИЧ) менән ауырыу — 6,7 % (2003 йыл баһаһы).
Милли составы

ЦРУ-ның факттар китабына ярашлы, Кенияла түбәндәге этник төркөмдәр бар: кикуйю — 22 %, лухья — 14 %, луо — 13 %, календжин — 12 %, камба — 11 %, кисии — 6 %, меру 6 %, башҡа африкандар — 15 %, африкан булмағандар (индеецтар, инглиздәр, ғәрәптәр) — 1 %.
Телдәре
Рәсми телдәр — инглиз һәм суахили, урындағы телдәр таралған. Мәктәптәрҙә инглиз телендә уҡыталар һәм бөтә хөкүмәт документтары алып барыла. Халыҡтың күпселеге суахили телен белә. Ул ғәрәп теленән үҙләштерелгән һүҙҙәр күп булған бантуй телдәре нигеҙендә милләт-ара аралашыу теле булып тора. Ethnologue мәғлүмәттәре буйынса, Кенияла 69 тел таралған[13].
Ир-аттың — 90 %, ҡатын-ҡыҙҙарҙың 80 % грамоталы (2003 йыл).
Туризм

Дәүләт килемдәренең төп сығанаҡтарының береһе — туризм.
Кенияның ҡырағай тәбиғәте бөтә донъянан туристарҙы йәлеп итә. Бында арыҫландың антилопаға һунар итеүен, бегемоттар ғаиләһенең һыу инеүен һәм алһыу фламингоның донъялағы иң ҙур колонияһын күрергә мөмкин. Кения биләмәһе бына инде 15 йылдан ашыу милли парк булып тора, шуға күрә бында һунар итеү ҡәтғи тыйылған.
Экстремаль ял итергә яратыусылар һүнгән Кения янартауына күтәрелә ала.
Интернет
Халыҡтың 20 проценттан саҡ ҡына ашыуы, башлыса ҙур ҡалаларҙа, интернетҡа инә ала. Интернет цензураға дусар ителә.
Remove ads
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads