Немчинов Александр Михайлович

Бөйөк Ватан һуғышы яугире, батарея командиры From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads

Немчинов Александр Михайлович (15 ноябрь 1919 йыл — 3 октябрь 1985 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, батарея командиры, өлкән сержант (1943). Майор дәрәжәһендә 1966 йылда запасҡа сыға. Советтар Союзы Геройы (1943).

Ҡыҫҡа факттар Зат, Гражданлыҡ ...
Remove ads

Биографияһы

Александр Михайлович Немчинов 1919 йылдың 15 ноябрендә Өфө губернаһының Стәрлетамаҡ өйәҙе [1]Воскресенск ауылында тыуған.

Урыҫ. Белеме — ете класс. 1943 йылдан КПСС ағзаһы. Армияға тиклем бәйләнеш контораһында эшләгән.

Ҡыҙыл Армия сафына 1939 йылда Мәләүез район хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла. Бөйөк Ватан һуғышында 1943 йылдың февраленән.

63-сө айырым истребителдәр-танкыға ҡаршы дивизиондың орудие командиры (106-сы уҡсылар дивизияһы, 65-се армия, Үҙәк фронт) өлкән сержант А. М. Немчинов 1943 йылдың 15 октябрендә Лоев ҡасабаһы (Гомель өлкәһе) янында Днепр йылғаһын һуғышып аша сыҡҡанда батырлыҡ күрһәтә. .

Һуғыштан һуң хеҙмәтен Совет Армияһында дауам итә. 1949 йылда хәрби пехота училищеһын тамамлай. 1966 йылдан майор А. М. Немчинов — запаста.

1985 йылдың 3 октябрендә Чернигов ҡалаһында вафат була. Чернигов ҡалаһының Яцев зыяратында ерләнгән[2].

Remove ads

Батырлығы

«63-сө айырым истребителдәр-танкыға ҡаршы дивизиондың орудие командиры (106-сы уҡсылар дивизияһы, 65-се армия, Үҙәк фронт) өлкән сержант Немчинов А. М. 1943 йылдың 15 октябрендә Белоруссияның Гомель өлкәһе Лоев ҡасабаһы районында беренселәрҙән булып дошман уты аҫтында Днепр йылғаһы аша һал менән орудиены сығара. Пехотаның хәрби тәртибендә эш итеп, дошмандың 2 пулемётын һәм 25-кә яҡын гитлерсыны юҡ итә. Бер нисә дошман контратакаһын кире ҡағыуҙа ҡатнаша».

СССР Юғары Советы Президиумының 1943 йылдың 30 октябрендәге указы менән немец-фашист илбаҫарҙары менән һуғышта командованиеның хәрби заданиеларын өлгөлө үтәгәне, шул уҡ ваҡытта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн өлкән сержант Немчинов Александр Михайловичҡа Ленин ордены менән «Алтын Йондоҙ» миҙалы (№ 1620) тапшырылып, Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.

Remove ads

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Әҙәбиәт

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads