Юрматы кантоны

From Wikipedia, the free encyclopedia

Юрматы кантоны
Remove ads

Юрматы кантоны (рус. Юрматынский кантон) — Башҡортостан кантоны.

Ҡыҫҡа факттар Юрматы кантоны, Ил ...

Административ үҙәге — Ергән (1918 йылдан), Петровское (1919 йылдың мартынан) һәм Воскресенск (1919 йылдың ноябренән) ауылдары.

Remove ads

Тарихы

1917 йылдың декабрендә III Бөтә башҡорт ойоштороу ҡоролтайы «Башҡортостандың автономиялы идараһы тураһында» ҡарарын ҡабул итә, уға ярашлы Башҡортостан мөхтәриәте туғыҙ кантондан тора: Барын-Табын, Бөрйән-Түңгәүер, Ете ырыу, Иҫкен-Ҡатай, Ҡыпсаҡ, Ҡыуаҡан, Тамъян, Туҡ-Соран һәм Үҫәргән[1][2]. 1919 йылдың башына ҡарата Башҡортостан мөхтәриәте 13 кантондан тора: Арғаяш, Бөрйән-Түңгәүер, Дыуан, Ете ырыу, Көҙәй, Ҡошсо, Ҡыпсаҡ, Табын, Тамъян-Ҡатай, Туҡ-Соран, Үҫәргән, Юрматы һәм Ялан[3].

1919 йылдың 20 мартындағы «Үҙәк Совет власы менән Башҡорт хөкүмәте араһында Башҡорт совет автономияһы тураһында килешеү»гә ярашлы республика территорияһы 13 кантондан тора, уның араһында Юрматы кантоны ла була.

1922 йылдың 5 октябрендә кантон бөтөрөлә, уның территорияһы Стәрлетамаҡ кантоны составына инә.

Remove ads

Халҡы

1920 йылда — 94 974 кеше (1920).

Thumb
Башҡортостан кантондары, 1920

География

Майҙаны — 6 313 км² (1922). Төньяҡта — Табын кантоны, төньяҡ-көнсығышта — Тамьян-Ҡатай кантоны, көньяҡ-көнсығышта - Бөрйән-Түңгәүер кантоны, көньяҡта һәм көнбайышта Ҡыпсаҡ-Ете ырыу кантоны, көнбайышта Өфө губернаһы менән сиктәш була.

Кантон башҡармаһы (ревкомы) рәйестәре

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads