Нефтекама автозаводы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Нефтекама автозаводы (НефАЗ) — автозавод. 2012 йылда 8286 кеше эшләгән. Продукцияһы Башҡортостанда һәм Рәсәй Федерацияһының башҡа төбәктәрендә, яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙә һатыла.
Remove ads
Тарих

1970 йылда төҙөлә башлай, 1977 йылдың 17 ноябрендә үҙ бушатҡыс автомашиналар эшләү заводы булараҡ файҙаланыуға индерелә, 1978 йылдан алып «Нефтекама үҙ бушатҡыс машиналар заводы» тип аталһа, 1993 йылдан — хәҙерге исемен һәм статусын йөрөтә. Предприятиела РФ-та тәүге тапҡыр һалҡын килеш һуҙыу ысулы менән гидроцилиндрҙар өсөн плунжерҙар яһау технологияһы индерелә (80‑се йй.). Предприятие менән З.Ә.Ғарипов, Р. С. Маликов, В. М. Сюткин һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.
Remove ads
Акционерҙар
- «КАМАЗ» ААЙ — 50,02 % акция
- Башҡортостан Республикаһы — 28,5 % акция
Продукция
Составында ауҙармалы машиналар, вахта автобустары, һыйҙырышлығы 8-ҙән алып 38 м³ тиклем булған автоцистерналар, тағылмалар һәм ярым тағылма-цистерналар, йөк күтәреүсәнлеге 7-нән алып 30 т тиклем булған дөйөм транспорт тәғәйенләнешле тағылмалар һәм ярым тағылмалар, пассажир автобустары, ауыл хужалығы техникаһы, халыҡ ҡулланыуы тауарҙары производстволары:
- ауҙармалы машиналар,
- вахта автобустары,
- һыйҙырышлығы 8-ҙән алып 38 м³ тиклем булған автоцистерналар,
- тағылмалар һәм ярым тағылма-цистерналар,
- пассажир автобустары,
- ауыл хужалығы техникаһы,
- һәм башҡалар
Һылтанмалар
Викимилектә НефАЗ темаһы буйынса медиафайлдар бар.
Иҫкәрмәләр
Сығанаҡтар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads
