Нишапур

From Wikipedia, the free encyclopedia

Нишапурmap
Remove ads

Нишапур (фарс. نیشابور — Нейшабур; (фарс. نیشابور ) — Ирандағы ҡала, төньяҡ-көнсығыш Хөрәсән-Рәзәүи провинцияһының ҙурлығы буйынса икенсе ҡалаһы. Халҡы 276 089 кеше (2011). Илдең төньяҡ-көнсығыш өлөшөндә, Тәһрандан 670 км көнсығышҡа табан А-83 автомобиль юлы янында урынлашҡан. Ғүмәр Хәйәмдең тыуған ҡалаһы.

Ҡыҫҡа факттар Рәсми атамаһы, Дәүләт ...
Remove ads

Тарихы

Торамаға, ихтимал, шаһиншаһ Шапур I нигеҙ һалғандыр, һәм ул киләһе быуатта Шапур II тарафынан үҙгәртеп ҡоролған. Әлеге исеме фарсы телендәге нев-шапур — "яңы Шапур [ҡалаһы] " тигәндән килеп сыҡҡан тип фараз ителә. V быуат уртаһынан Нишапурҙа Парсияның несториан епискобы йәшәгән. Ул зороастрийсылар өсөн дә мөһим булған, сөнки яҡындағы тауҙарҙа бөйөк изге уттарҙың береһе — Адур-Бурзен-Михр урынлашҡан булған.

Remove ads

Мәғариф

Азад Ислам университетының Нишапур университеты һәм филиалы эшләй.

Музейҙар һәм кәшәнәләр

  • Нишапур ҡала музейы
  • Ғүмәр Хәйәм музейы
  • Нишапурҙың ғәббәсиҙәр каруан-һарайы

Билдәле кешеләре

  • Әбү Сәйет Фазыл-Аллаһ (967—1049), суфый шағир.
  • Ғүмәр Хәйәм (1048—1131) — атаҡлы шағир, математик, астроном, философ.
  • Фәрит әд-Дин Ғаттар (ваф. 1221), суфый шағир.
  • Мөслим ибн әл-Хәжәж (822—875) Имам-Хәҙис Белгесе.
  • Әл-Хәким ән — Нәйсабури хәҙис белгесе, тарихсы.
  • Әбү Бәкер Әл-Бәйһаҡи хәҙис белгесе.

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads