Нишапур
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Нишапур (фарс. نیشابور — Нейшабур; (фарс. نیشابور ) — Ирандағы ҡала, төньяҡ-көнсығыш Хөрәсән-Рәзәүи провинцияһының ҙурлығы буйынса икенсе ҡалаһы. Халҡы 276 089 кеше (2011). Илдең төньяҡ-көнсығыш өлөшөндә, Тәһрандан 670 км көнсығышҡа табан А-83 автомобиль юлы янында урынлашҡан. Ғүмәр Хәйәмдең тыуған ҡалаһы.
Remove ads
Тарихы
Торамаға, ихтимал, шаһиншаһ Шапур I нигеҙ һалғандыр, һәм ул киләһе быуатта Шапур II тарафынан үҙгәртеп ҡоролған. Әлеге исеме фарсы телендәге нев-шапур — "яңы Шапур [ҡалаһы] " тигәндән килеп сыҡҡан тип фараз ителә. V быуат уртаһынан Нишапурҙа Парсияның несториан епискобы йәшәгән. Ул зороастрийсылар өсөн дә мөһим булған, сөнки яҡындағы тауҙарҙа бөйөк изге уттарҙың береһе — Адур-Бурзен-Михр урынлашҡан булған.
Remove ads
Мәғариф
Азад Ислам университетының Нишапур университеты һәм филиалы эшләй.
- Нишапур университеты корпустарының береһе
- Нишапур медицина колледжы
- Имам Хомейни китапханаһы
- Ғүмәр Хәйәм планетарийы
Музейҙар һәм кәшәнәләр
- Нишапур ҡала музейы
- Ғүмәр Хәйәм музейы
- Нишапурҙың ғәббәсиҙәр каруан-һарайы
- Ҡала музейы
- Ғүмәр Хәйәм Музейы
- Каруанһарай
- Ғаттар кәшәнәһе
- Камал әл-Мүлк кәшәнәһе
Билдәле кешеләре
- Әбү Сәйет Фазыл-Аллаһ (967—1049), суфый шағир.
- Ғүмәр Хәйәм (1048—1131) — атаҡлы шағир, математик, астроном, философ.
- Фәрит әд-Дин Ғаттар (ваф. 1221), суфый шағир.
- Мөслим ибн әл-Хәжәж (822—875) Имам-Хәҙис Белгесе.
- Әл-Хәким ән — Нәйсабури хәҙис белгесе, тарихсы.
- Әбү Бәкер Әл-Бәйһаҡи хәҙис белгесе.
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads