Нумизматика

From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads

Нумизматика (лат. nomisma, бор. юнан. νόμισμα — монета, металл аҡса) — тимер аҡсаларҙы һуғыу һәм аҡса әйләнешен өйрәнә торған тарихи дисциплинаның ярҙамсы бүлеге. Нумизматиканы металл аҡсалар коллекциялау менән бутарға ярамай.

Нумизматиканың ижтимағы функциялары[1]:

  • Нумизматик әһәмиәтле мәҙәниәт ҡомартҡыларын билдәләү;
  • Тарихты төптәнерәк өйрәнеүгә булышлыҡ иткән факттарҙы табыу һәм тарих фәненә индереү;
Remove ads

Фән булараҡ нумизматика тарихы

Металл аҡсалар менән ҡыҙыҡһыныу Яңырыу осоронда уҡ барлыҡҡа килгән. Итальян шағиры Франческо Петрарка антик аҡсалар менән ҡыҙыҡһынған.

XVI быуат уртаһында, В. Гольциус иҫәпләүенсә, Европала 950 мюнцкабинет (системаға һалынған аҡсалар йыйылмаһы) булған. 1738 йылда Галле-Виттенберг университетында И.Г. Шульце металл аҡсалар тураһында беренсе лекция уҡый.

Фән булараҡ нумизматика тик XIX быуатта ғына формалаша. Антик быуаттар белгесе И.И. Эккель, Урта быуаттар белгестәре И.Я. Лейцман и Г. Гроте был фәнгә ҙур өлөш индерә. Г. Гроте нумизматика һәм аҡса тураһындағы фәндәрҙе берләштерә һәм нумизматиканы ижтимағи-тарихи фәнгә трансформациялауға башланғыс бирә[1].

Remove ads

Ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads