Нәбиуллин Вәли Ғәбей улы
дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Нәбиуллин Вәли Ғәбей улы (3 апрель 1914 йыл — 25 декабрь 1982 йыл) — СССР-ҙың дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре. 1939—1947 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Юғары Советы, 1951—1962 йылдарҙа Министрҙар Советы Рәйесе. СССР-ҙың 4-се һәм 5-се саҡырылыш Юғары Советы, БАССР-ҙың 1‑се, 3-сө, 4-се, 6-сы һәм 7-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Ленин (1957), ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1944, 1966) ордены кавалеры.
Remove ads
Биографияһы
Вәли Ғәбей улы Нәбиуллин 1914 йылдың 3 апрелендә Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Благовар районы) Иҫке Күсәрбай ауылында тыуған.
ВКП(б) Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы Юғары партия мәктәбен тамамлаған (Мәскәү, 1949).
1933 йылдан хужалыҡ эшендә, 1938 йылда — ВЛКСМ‑дың Башҡортостан өлкә комитетында (1940 йылдан башлап 1‑се секретарь), 1939—1947 йылдарҙа БАССР Юғары Советы рәйесе, 1943 йылда — ВКП(б) Башҡортостан өлкә комитетының малсылыҡ бүлеге мөдире, 1945—1946 йылдарҙа БАССР‑ҙың игенселек халыҡ комиссары урынбаҫары, малсылыҡ министры. 1949 йылдан башлап БАССР‑ҙың ауыл хужалығы министры, 1951 йылдан — БАССР Министрҙар Советы Рәйесе.
1962—1971 йылдарҙа «Башлес» ағас әҙерләү комбинаты начальнигы булып эшләй.
СССР-ҙың 4-се һәм 5-се саҡырылыш Юғары Советы, БАССР-ҙың 1‑се, 3-сө, 4-се, 6-сы һәм 7-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты.
Ленин (1957), ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1944, 1966) ордендары менән бүләкләнгән.
Remove ads
Маҡтаулы исемдәре һәмбашҡа бүләктәре
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads