Октай Синаноғлу
төрөк физик химигы һәм молекуляр биофизигы. From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Октай Синаноғлу (төр. Oktay Sinanoğlu; 25 февраль 1935 йыл — 19 апрель 2015 йыл) — Төркиә ғалимы, физик-химик һәм молекуляр биофизик.
Remove ads
Биографияһы
Октай Синаноғлу 1935 йылдың 25 февралендә Италияның Бари ҡалаһында Нүзхәт Хашим менән Рүвейдә Синаноғлу ғаиләһендә тыуа. Октай Синаноғлуҙың атаһы Төркиә консуллығы хеҙмәткәре[2] һәм яҙыусы була. Ул грек һәм рим мифологиялары тураһында китап яҙа. «Петрарка» тигән икенсе бер китабы 1931 йылда баҫылып сыға. 1938 йылдың июлендә Октай Синаноғлуҙың атаһы ғаиләһе менән бергә Төркиәгә ҡайтарыла[3][4]. Октай Синаноғлуҙың һеңлеһе — төрөк йырсыһы Эсин Афшар (1936—2011)[5].
1953 йылда Синаноғлу АҠШ-ҡа китә. 1956 йылда Берклиҙа Калифорния университетын тамамлай һәм бакалавр дәрәжәһен ала. Киләһе йылына Синаноғлу MIT-та магистр дәрәжәһен ала һәм Слоун стипендияһы лауреаты була. 1959—60 йылдарҙа физик химия өлкәһендә фәлсәфә докторы дәрәжәһенә өлгәшә[4][5][6].
1960 йылдан Йель университетында эшләй. 1963 йылдың 1 июлендә химия буйынса тулы профессор вазифаһын ала[7]. Синаноғлу ХХ быуатта Йелдең иң йәш тулы профессоры, ә университеттың бөтә тарихында өсөнсө иң йәш тулы профессор була[4].
1964 йылда Синаноғлу Йелдә теоретик химия бүлексәһен аса. 1997 йылда Октай Синаноғлу Йель университетынан китә.
Йелдән киткән мәлдән алып 2002 йылға тиклем Йылдыз Техник университетында химия уҡыта[8].
1966 йылда Синаноғлу Төркиәнең Химия өлкәһендәге ғилми-техник тикшеренеүҙәр советы премияһы менән бүләкләнә[9].
Синаноғлу ике тапҡыр Нобель премияһына тәҡдим ителә[8].
2001 йылда Октай Синаноғлу тураһында «Төрөк Эйнштейны Октай Синаноғлу» тигән китап сыға, уның авторы — төрөк яҙыусыһы Әминә Чәйҡара[4][10].
2015 йылдың 10 апрелендә Дилек Синаноғлу иренең Майами дауаханаһына һалыныуы тураһында хәбәр итә. Ҡайһы бер мәғлүмәттәргә ҡарағанда, ул мәлгә Синаноғлу туҡланыу көпшәһе аша ғына тәғәмләнә[11]. Октай Синаноғлу 2015 йылдың 19 апрелендә 80 йәшендә вафат була. Вафатының сәбәбе тураһында рәсми хәбәр бирелмәй[12]. Синаоғлу, Шакирин мәсетендә йыназаһы уҡылып, Ҡараджаәхмәт зыяратында ерләнә.
Шәхси тормошо
1963 йылдың 21 декабрендә Синаноғлу Паула Амбрустерға өйләнә[13]. Был никахтан Синаноғлуҙың өс балаһы була.
Дилек Синаноғлу — икенсе ҡатыны. Игеҙәк балалары тыуа. Ғаилә Техаста һәм Истанбулда йәшәй[4].
Remove ads
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads