Елистратов Семён Андреевич
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Елистратов Семён Андреевич (3 май 1990 йыл) — Рәсәй шорт-трексыһы, Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (2013). 2014 йылғы Олимпия чемпионы (эстафетала) һәм 2018 йылғы Ҡышҡы Олимпия уйындарында бронза миҙалын яулаусы (1500 м дистанцияла). 2015 йылғы донъя чемпионы (1500 м дистанцияла), 2013 йылғы донъя чемпионатында көмөш миҙал яулаусы (эстафетала); күп тапҡыр Европа чемпионы; 1000 метр дистанцияла ике тапҡыр Донъя кубогы эйәһе (2014/2015 һәм 2015/2016 миҙгелдәрендә). Дуҫлыҡ ордены (2014) кавалеры.
Remove ads
Биография
Семён Андреевич Елистратов 1990 йылдың 3 майында Башҡорт АССР-ының Өфө ҡалаһында тыуған. 2007 йылдан Рәсәй йыйылма командаһы составында. Башҡортостан Республикаһы өсөн сығыш яһай.
Өфө ҡалаһының Октябрь районындағы 1-се Олимпия резервы балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе.
Рәсәй олимпия йыйылма командаһы составында 2010 йылда Ванкуверҙа уҙған Олимпия уйындарында ҡатнаша.
Спорт ҡаҙаныштары
- Олимпия чемпионы (эстафета, 2014, Сочи)
- Олимпия уйындарында бронза миҙалын яулаусы (1500 м, 2018, Пхёнчхан)[2]
- Донъя чемпионы (1500 м, 2015, Мәскәү)
- Донъя чемпионатында көмөш миҙал яулаусы (эстафета, 2013, Дебрецен)
- күп тапҡыр Европа чемпионы, Европа чемпионатының көмөш һәм бронза миҙалдарын яулаусы
- 1000 метр дистанцияла ике тапҡыр Донъя кубогы эйәһе (2014/2015 һәм 2015/2016 миҙгелдәрендә)
- Рәсәй чемпионы (күпбәйге, 2008)
- Рәсәй чемпионатында көмөш миҙал яулаусы (күпбәйге, 2007)
- 5000 метр эстафетала (Сергей Пранкевич, Евгений Козулин, Вячеслав Кургинян, Семён Елистратов) Рәсәй рекордсыһы — 6:46.336 секунд (13 ноябрь 2009 йыл, АҠШ, Маркетт)
- 1000 метр дистанцияла донъя рекорды эйәһе — 1:22,607 секунд (6 февраль 2016 йыл, Германия, Дрезден)
Remove ads
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Дуҫлыҡ ордены (24 февраль 2014 йыл)[3].
Ғаиләһе
Ҡатыны — Юлия Елистратова (Кузьмина).
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads