Олағас
Силәбе өлкәһендәге күл From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Олағас (рус. Улага́ч - Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһенең Арғаяш районынындағы күл.
Remove ads
Географияһы
Олағас Озёрский ҡала округының көньяғында, Арғаяш районы сигендә , Мешәлек йылғаһы башланған ерҙә урынлашҡан. Көнбайыш ярында Новогорный ҡасабаһы, көньяҡтан — Бүжәлек ҡасабаһы һәм Һеләүһен ауылы урынлашҡан. Күлдең көнбайыш яры буйында Аҡакүл һәм Тәтеш күлдәре ята[2].
Күл буйында бер нисә тораҡ пункт: Новогорный (иң ҙуры), Горный, Һеләүһен, Бүжәлек урынлашҡан. Новогорныйҙа ТЭЦ эшләй, күл һыуын ҡорамалдарҙы һыуытыу өсөн ҡуллана [3].
Координаттары: 55°37′38.05″N (55.627235), 60°44′58.23″E (60.749509)
Remove ads
Тасуирламаһы
Уртаса тәрәнлеге: 3-4м.
Максималь тәрәнлеге: 6м
Максималь киңлеге һәм оҙонлоғо (км): 6км -3,2 км
Һыуының үтә күренеүсәнлеге, сафлығы: һыуы саф, үтә күренмәле.
Һыу сығанағы: атмосфера яуым-төшөм иҫәбенә туҡлана.
Унан ағып сыҡҡан йылға: Мешәлек.
Диңгеҙ кимәленән бейеклеге: 245м
Майҙаны: 10,75км2 [3]
Күл сөсө һыулы. Төбө — тигеҙһеҙ, ташлы урындары бар.
Флораһы һәм фаунаһы
Олағас ятыуҙарында һәм яр буйҙарында екән, ҡыяҡлы ҡамыш, бөртөклө ҡамыштар күп булып үҫә.
Күлдә табан, сабаҡ, алабуға, суртан,карп, ҡорман, ҡарабалыҡ тереклек итә[4].
Этимологияһы
Олағас (рус. Улагач) гидронимы Силәбе өлкәһендәге күпселек топонимдар кеүек башҡорт һүҙҙәре: «оло» («оҙон», «ҙур») һәм «ағас» («урман») тигәндән барлыҡҡа килгән. Олағас - Улагач тигәнгә аңлатма тура килә — «оҙон урманлы күл» - үҙ исемен тулыһынса аҡлай: төньяҡ-көнбайыштан көньяҡ-көнбайыштан ул тар дуға кеүек һуҙылып киткәнд[4]. Силәбе өлкәһе топонимисы Шувалов Николай Иванович үҙенең "От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь" тигән һүҙлегендә лә ошо уҡ фекерҙе раҫлай һәм урыҫ телендәге "Ул-Агач" тигән вариантты ла килтерә[5].[6]
Remove ads
Иҫкәрмәләр
Сығанаҡтар
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads
