Олимпия уйындарында волейбол
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Йәйге Олимпия уйындарында волейбол буйынса ярыштар тәүге тапҡыр 1964 йылда Токиола йәйге Олимпия уйындарында үткәрелә һәм шунан алып артабанғы уйындар программаһына һәр саҡ индерелә.
Remove ads
Ярыштар тарихы һәм системаһы
Волейбол 1957 йылда Софияла үткән Халыҡ-ара олимпия комитетының 53-сө сессияһы ҡарары буйынса олимпия спорт төрө тип таныла. Волейбол буйынса беренсе Олимпия турнирында 6 ҡатын-ҡыҙ һәм 10 ир-ат командаһы ҡатнаша, һуңыраҡ уларҙың һанының артыуы олимпия турнирҙары форматының үҙгәреүенә килтерә: 1964 һәм 1968 йылдарҙағы Уйындарҙа ярыштар түңәрәк системаһы буйынса уҙғарыла, 1972 йылдан алып плей-офф йәки олимпия системаһы индерелә.
1996 йылға Олимпия турнирҙарында ҡатнашыусылар һаны 12-гә етә һәм Уйындарға яңы квалификация системаһы индерелә. Һайлап алыу бынан алдағы Донъя кубогы уйындары, континенталь һәм донъя һайлап алыу турнирҙары йомғаҡтары буйынса уҙғарыла.
Олимпия турнирҙары ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар командалары өсөн бер үк схема буйынса үткәрелә, ул уйындарҙы көн аша үткәреүҙе күҙ уңында тота һәм ике этапты үҙ эсенә ала: тәүҙә ҡатнашыусылар түңәрәк системаһы буйынса ике төркөмдә осраша, һуңынан төркөмдәрҙә 1-4-се урын алған командалар, сирек финалдан башлап, төшөп ҡалыу системаһы буйынса уйнай.
Пляж волейболы 1992 йылда Барселонала үткән Олимпия уйындарында күрһәтмә спорт төрө сифатында үтә. 1993 йылдың 24 сентябрендә Монте-Карлола Халыҡ-ара олимпия комитетының 101-се сессияһында олимпия спорт төрө тип таныла һәм 1996 йылда Атланталағы Олимпия уйындары программаһына тәүге тапҡыр индерелә. Был дисциплина буйынса ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар турнирҙары бер үк ваҡытта үткәрелә башлай.
Remove ads
Ярыш призёрҙары
Волейбол
Ирҙәр
Ҡатын-ҡыҙҙар
Пляж волейболы
Ирҙәр
Ҡатын-ҡыҙҙар
Remove ads
Әҙәбиәт
Булдакова Л. С., Никитин Л. П. Шесть в защите — шесть в нападении. Волейбол на Олимпиадах. — М.: Советская Россия, 1979. — 112 с.
Ulrike Blaich, Karl Lenhartz. Volleyball in der Olympischen Bewegung. — Köln: Deutsche Sporthochschule Köln, 1988. — 204 с.
Иҫкәрмәләр
һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads