Халыҡ-ара олимпия комитеты

олимпия хәрәкәтен координациялаусы халыҡ-ара ойошма From Wikipedia, the free encyclopedia

Халыҡ-ара олимпия комитеты
Remove ads

Халыҡ-ара олимпия комитеты ( рус. Международный олимпийский комитет, ҡыҫҡ. МОК, франц. Comité international olympique, ингл. International Olympic Committee) — Олимпия уйындарын тергеҙеү һәм олимпия хәрәкәтен пропагандалау өсөн ойошторолған халыҡ-ара ойошма. Комитеттың штаб-фатиры  Лозаннала (Швейцария) урынлашҡан.

Ҡыҫҡа факттар Нигеҙләү датаһы, Рәсми атамаһы ...
Thumb
Лозаннала Халыҡ-ара олимпия комитетының штаб-фатиры

Халыҡ-ара олимпия комитеты  1894 йылдың 23 июнендә Парижда  барон Пьер де Кубертен башланғысы менән ойошторола. Грек Деметриус Викелас Халыҡ-ара олимпия комитетының беренсе президенты була[13].

Йыл һайын 23 июндә Халыҡ-ара Олимпия көнө билдәләнә.   

Remove ads

Халыҡ-ара олимпия комитетының  бурыстары

Халыҡ-ара олимпия комитеты, Олимпия хартияһына ярашлы, олимпия хәрәкәтенә  һәм Олимпия уйындарының үҫешенә етәкселек итә. Халыҡ-ара олимпия комитеты спортты үҫтереүҙе, спорт ярыштары үткәреүҙе дәртләндерә,  Олимпия уйындарының даими үтеп тороуын тәьмин итә.

Халыҡ-ара олимпия комитеты Олимпия уйындарына бөтә хоҡуҡтарға эйә.  Шул уҡ ваҡытта Олимпия уйындарын үткәреү буйынса эшмәкәрлекте Халыҡ-ара олимпия комитеты түгел, ә уйындар үтә торған илдә булдырылған Ойоштороу комитеты атҡара.  

Remove ads

Халыҡ-ара олимпия комитетын финанслау

Халыҡ-ара олимпия комитеты һәр төрлө шәхси сығанаҡтарҙан финанслана.  Средстволарҙың күп өлөшө телевизион  компанияларҙан һәм бағыусыларҙан килә. Ошо  партнерҙар арҡаһында Халыҡ-ара олимпия комитеты Олимпия уйындарын үткәреүгә, милли олимпия комитеттарының  һәм халыҡ-ара спорт делегацияларының эшмәкәрлегенә тос ҡына ярҙам күрһәтә ала. 

2010 йыл башына ҡарата Халыҡ-ара олимпия комитеты Олимпия уйындарын трансляциялауға хоҡуҡтарҙы һатыуҙан  (бөтә күләмдең 53 проценты), бағыусыларҙан (34 процент),  билеттар һатыуҙан (11 процент) һәм лицензиялар биреүҙән (2 процент) килем ала.  Халыҡ-ара олимпия комитетының кереме   2008 йылда  $2,4 млрд тәшкил итә.

Remove ads

Халыҡ-ара олимпия комитетында ҡарарҙар ҡабул итеү барышы

Халыҡ-ара олимпия комитеты вәкәләттәре уның органдары тарафынан атҡарыла, был органдар:

  1. Сессия  (йылына 1 тапҡыр үткәрелә)
  2. Халыҡ-ара олимпия комитетының башҡарма комитеты  
  3. Президент. 

Сессия   Халыҡ-ара олимпия комитеты ағзаларының дөйөм йыйылышы рәүешендә үткәрелә.  Сессия —  Халыҡ-ара олимпия комитетының юғары органы, уның ҡарарҙары  ҡайтанан ҡаралмай.

Халыҡ-ара олимпия комитетының сираттан тыш сессияһы  Президент тарафынан йә Халыҡ-ара олимпия комитеты ағзаларының кәм тигәндә өстән бер өлөшөнөң яҙма талабы буйынса үткәрелә ала.   

Сессия түбәндәге вәкәләттәргә эйә:

  • Олимпия хартияһына төҙәтеүҙәр тәҡдим итеү һәм индереү
  • Халыҡ-ара олимпия комитеты ағзаларын, Почётлы президентты, Почётлы ағзаларын һайлау
  • Президентты, вице-президентты һәм Халыҡ-ара олимпия комитеты Башҡарма комитетының башҡа ағзаларын һайлау
  • Олимпия уйындарын ойоштороусы ҡаланы һайлау  
  • Халыҡ-ара олимпия комитетының йыллыҡ отчетын һәм бюджетын раҫлау.

Сессияла Халыҡ-ара олимпия комитеты ағзаларының яртыһы плюс бер тауыш кәрәкле кворумды булдыра. Сессияның ҡарарҙары тауыштарҙың ябай күпселеге менән ҡабул ителә; ләкин Олимпизмдың нигеҙ принциптарына, Олимпия хартияһының ҡағиҙәләренә йәки Олимпия хартияһына ингән башҡа положениеларға  үҙгәрештәр индереү өсөн  тауыштарҙың өстән ике өлөшө кәрәк.  Халыҡ-ара олимпия комитетының һәр ағзаһы бер тауышҡа эйә. Тауыштарҙы һанағанда тауыш биреүҙән тотҡарланып тороусыларҙың тауышы, шулай уҡ буш йә боҙолған бюллетендәр иҫәпкә алынмай. Ышаныс ҡағыҙы буйынса тауыш биреү рөхсәт ителмәй.  Йәшерен тауыш биреү был Олимпия хартияһында ҡаралған осраҡтарҙа, йә рәйестең ҡарары буйынса, йә Халыҡ-ара олимпия комитеты ағзаларының  сессияла ҡатнашҡан ағзаларының кәм тигәндә сирегенең үтенесе буйынса үткәрелә. Тауыштар һаны тигеҙ булғанда хәл иткес ҡарарҙы рәйес сығара. 

Халыҡ-ара олимпия комитеты ағзалары

Халыҡ-ара олимпия комитетында физик шәхестәр ағза булып тора, уларҙың һаны 115-тән артмай, шуларҙың 70-е ниндәй ҙә булһа вазифа йә эшмәкәрлеккә бәйле түгел, 15 ағза — ғәмәлдәге спортсы,  15 ағза — халыҡ-ара спорт федерациялары йә уларҙың ассоциациялары вәкиле, тағы 15 ағза милли олимпия  комитеттарының йә уларҙың ассоциацияларының вәкиле булып тора. Оҙаҡ ваҡыт Халыҡ-ара олимпия комитеты ағзалары итеп гел  ирҙәр һайлана,  ҡатын-ҡыҙҙар Халыҡ-ара олимпия комитеты ағзаһы итеп тәүге тапҡыр тик 1981 йылда ғына һайлана[14].

Милли олимпия комитеттары Халыҡ-ара олимпия комитеты таныуы нигеҙендә эш итә.

2016 йыл башына ҡарата Халыҡ-ара олимпия комитеты тарафынан танылған 206 милли олимпия комитеты бар.

Уларҙың 193-ө Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы ағзаһы булған дәүләттәрҙеке, ә тағы 13-ө (Америка  Самоаһы, Аруба, Бермуд утрауҙары, Британия  Виргин утрауҙарыВиргин Утрауҙары (АҠШ), Гонконг, Гуам, Кайман  Утрауҙары, Кук утрауҙары, Фәләстин Дәүләте, Пуэрто-Рико, Косово Республикаһы, Ҡытай Тайбэйы) төрлө  статуслы  территорияларҙан вәкиллекте тормошҡа ашыра. 

Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы тарафынан танылған бөтә дәүләттәрҙең милли олимпия комитеттары Халыҡ-ара олимпия комитеты тарафынан да танылған.  Милли олимпия комитеттарының һәр береһе үҙ ҡитғаһындағы  континенталь олимпия ассоциацияһына буйһона:

  • Африка — ANOCA (ингл. Association of National Olympic Committees of AfricaAssociation of National Olympic Committees of Africa — Африка милли олимпия комитеттары ассоциацияһы)
  • Америка — PASO (ингл. Pan American Sports OrganisationPan American Sports Organisation — Панамерика спорт ойошмаһы)
  • Азия — OCA (ингл. Olympic Council of AsiaOlympic Council of Asia — Азия олимпия советы)
  • Европа — EOC (ингл. European Olympic CommitteesEuropean Olympic Committees — Европа олимпия комитеттары)
  • Океания — ONOC (ингл. Oceania National Olympic CommitteesOceania National Olympic Committees — Океанияның милли олимпия комитеттары)
Remove ads

Халыҡ-ара олимпия комитетының башҡарма комитеты

Ентеклерәк мәғлүмәт Вазифа, Исем-шәрифе ...
Remove ads

Халыҡ-ара олимпия комитеты комиссиялары, комитеттары һәм структуралары 

2015 йылдың 23 июненә ҡарата 

Ентеклерәк мәғлүмәт Комиссия/комитет, Инглизсә атамаһы ...
Remove ads

Халыҡ-ара олимпия комитеты президенттары 

Халыҡ-ара олимпия комитетының бөтә  президенттары,  Брендедждан башҡалары, европалы була.

Ентеклерәк мәғлүмәт Президенттар, Ил ...
Remove ads

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

{{https://www.nflreddit.net/ 2024 Olympics}} 2024 Olympics 2020 йыл 12 октябрь архивланған.

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads