Оло Юшатыр (йылға)
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Оло Юшатыр — йылға, Һайылмыш йылғаһының (Һаҡмар йылғаһы бассейны) уң ҡушылдығы. Күмертау ҡалаһы составындағы Маяҡ ауылынан төньяҡҡа табан 2 км алыҫлыҡта башлана. Башҡортостан Республикаһының Көйөргәҙе районы, Ырымбур өлкәһе буйлап төньяҡ-көнсығыштан көньяҡ-көнбайышҡа ҡарай аға һәм Һайылмышҡа (тамағынан 55 км алыҫлыҡта) ҡоя. Оҙонлоғо 92 км, бассейн майҙаны 3393 кв.км. Ҡатнаш, башлыса, ҡар һыуы менән туйына. Тамағында уртаса йыллыҡ һыу сығымы 13,7 куб/с. Бассейн өҫтө убалы, тәпәш ҡалдыҡ тауҙар бар. Ландшафы йыуылған һәм типик ҡара тупраҡтағы төрлө үләнле-ҡыяҡлы далаларҙан тора; һөҙәк һыу айырғыстарҙа ҡайын сауҡалыҡтары осрай. Бассейндың күп өлөшө һөрөлгән. Йылғала 2 быуа төҙөлгән. Башҡортостан территорияһындағы ҡушылдыҡтары: уң — Ҡунаҡбай, Ҡаҙлайыр, Оло Көйөргәҙе; һул — Ҡуяныш, Туғыҙтимер, Кесе Юшатыр һ. б.
Remove ads
Сығанаҡтар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads