Һайылмыш

From Wikipedia, the free encyclopedia

Һайылмышmap
Remove ads

Һайылмыш (рус.  Салмыш)— Рәсәйҙә Ырымбур өлкәһендәге йылға, Шарлыҡ, Октябрь һәм Һаҡмар райондары территорияларынан аға. Йылғаның инеше Һаҡмар йылғаһының уң яҡ ярында 59 км алыҫлыҡта. Йылғаның оҙонлоғо 193 км, һыу йыйылған бассейн майҙаны — 7340 км².

Ҡыҫҡа факттар Ҡайҙа ҡоя, Ҡушылдыҡ ...

Remove ads

Этимологияһы

Йылғаның башҡортса исеме — Һайылмыш. Гидронимын «һайылдашыу» һүҙенә бәйләйҙәр, -мыш — бәлки, хәҙерге заман сифат ҡылымының аффиксы — ҡайһы бер төрки телдәр өсөн хас булған һүҙ яһаусы элемент[2]

Гидрологияһы

Төп аҙығы — ҡар. Яҙғы ташҡын мәле — март аҙағынан май башына тиклем. Ноябрь айында туңа, апрель айында асыла. Уртаса йыллыҡ һыу сығымы — тамағынан 79 км алыҫлыҡта — 10,4 м³/с.

Һыу реестры мәғлүмәттәре

Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәттәре буйынса Урал бассейн округына ҡарай, йылғаның һыу хужалығы участкаһы — Оло Эйеккә ҡойғанынан алып инешенә тиклем — Һаҡмар йылғаһы, йылға подбассейны — подбассейны юҡ. Йылғаның бассейны — Урал (Рәсәй бассейны өлөшө)[3].

Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 12010000712112200006626[4].

Ҡушылдыҡтары (йылғаларҙың оҙонлоғо)

— 6 км: Яңғыҙ йылғаһы (уң) — 53 км: Шештимер йылғаһы(уң) — 55 км: Оло Юшатыр йылғаһы (һул) — 81 км: Бурлюк) йылғаһы (һул) — 106 км: Тилегәҙе йылғаһы (һул) — 140 км: Сысҡанйылғаһы (һул) — 154 км: Ниәт йылғаһы (уң) — 164 км: Яланғы йылғаһы (һул) — 165 км: Шарлыҡ йылғаһы (уң)

Галерея

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads