Ольштын
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Ольштын (пол. Olsztyn ) [ˈɔlʂtɨn]), 1945 йылға тиклем Алленштайн (нем. Allenstein ) — Польша ҡалаһы, илдең төньяғында , Лын йылғаһы буйында урынлашҡан, Вармия-Мазур воеводствоһының административ үҙәге.
Remove ads
Географик урыны
Ольштын ҡалаһы Ольштын күлдәре төбәгендә урынлашҡан, унда 11 ҙур күлдәр һәм ҡуйы урмандар бар.
Ҡала морена боҙлоғоноң ҡалдығында ята. Ҡаланың иң бейек нөктәһе -диңгеҙ кимәленән 155 м бейеклектә, иң түбәне — 88 м бейеклектә.
Ольштындың 560 мең гектар ерен ҡала паркы зонаһы биләй(6,5 процент). Ольштын территорияһында ике тәбиғи заказник бар, уларҙың 14 га ере торфлы һаҙлыҡ үҫемлектәре менән ҡапланған.
Һыу ресурстары
Ҡала аша өс йылға аға: Лын, Вадонг (пол. Wadąg) һәм Кортувка (пол. Kortówka). Ҡала административ сиктәрендә 15 күл бар, шуларҙың 13-нөң майҙаны 1 гектарҙан ашыу.
Климат
Ҡала климаты уртаса, диңгеҙ климатынан континенталгә күсемле. Йыллыҡ уртаса яуым-төшөм кимәле — 600 мм, һауаның уртаса йыллыҡ температураһы +6,6 °C: максимум-июль (+17,7 °C) һәм ғинуар айында минимум (-3,5 °C). 160 көн яуым-төшөм менән, 140 көн менән һыуыҡ температуралы, ҡар ҡатламы уртаса 83 көн дауамында ята.
Remove ads
Галереяһы
- Виадук
- Ольштын ҡалаһы ҡапҡаһы
- Святое Сердце Иисуса костелы
- Иҫке ратуша
- Яңы ратуша
- Кафедраль собор һәм Иҫке ҡала
- Ольштын замогы
- Ольштын замогы
- Изге Якоб сиркәүе
- Инжил сиркәүе
Халыҡ
2000 йылда ҡала халҡы 172 000-гә етә[21].

2010 йылдың 30 июненә ҡарата халыҡ һаны 176 522 кеше тәшкил итә (21 урын Польшала), ҡала майҙаны — 88,33 км² (26-сы урын илдә), халыҡ тығыҙлығы — 1998 кеше/кв. км.

Иҡтисад
XIX быуат аҙағында ҡалала ике машиналар төҙөү заводы һәм шырпы фабрикаһы була. 1914 йылда инде эшләп килгән сәнәғәт предприятиеларының һаны 60-ҡа яҡын, шул иҫәптән ике һөт заводы, 2 тирмән, 3 типография, гәрсис етештереү буйынса фабрика, 4 һыра заводы, 9 мебель фабрикаһы, 7 кирбес, 2 черепица заводы, 3 кареталар эшләү оҫтаханаһы, сыбыртҡы фабрикаһында эшләй, бирсәткә, эш бейәләйҙәре тегеү фабрикаһы, кәрзиндәр үреү оҫтаханалары, 2 тараҡ фабрикаһы, 7 кер йыуыу һәм буяу оҫтаханалары була.

Икенсе донъя һуғышынан һуң Ольштында иҡтисади үҫеш көсәйә, ҡала Мазур һәм Вармияның мөһим административ үҙәгенә әйәләнә.
1967 йылда автомобиль шиналары заводы асыла, ауыл хужалығы продукцияһын етештереү һәм ағас эшкәртеү сәнәғәте барлыҡҡа килә.
Remove ads
Белем

Ольштын ҡалаһы Польша мәғарифының төп үҙәктәренең береһе булып тора.
Ҡалала бер йөҙҙән ашыу урта уҡыу йорттары һәм 6 юғары уҡыу йорттары эшләй.


Иҫтәлекле урын
Ольштын замогы.

Вармия капитул замогының уң ҡанаты 1348 йылда төҙөлә башлай. Һуңғараҡ бинанаға яңы бер ҡат күтәртелә, ә XV—XVI быуаттарҙа көньяҡ ҡанаты һәм башняһының өҫкө өлөшө төҙөлә. 1516—1521 йылдарҙа замоктың администраторы Николай Коперник булған. Күркәм готика архитектураһы өлгөһөндә Вармия һәм Мазур музейы урынлашҡан.
Башҡа иҫтәлекле урындары
Remove ads
Туғанлашҡан ҡалалар
Калининград (Рәсәй)
Гельзенкирхен (Германия)
Луцк (Украина)
Билдәле кешеләр
- Ян Липский (1690—1746) — поляк католик руханийы, кардинал, Луцк (1732) һәм Краков епискобы (1732—1746). Речь Посполитаяның дипломатик һәм дәүләт эшмәкәре.
- Войчех Плохарский — поляк журналисы, автор, композитор, сәйәхәтсе.
- Зентара-Малевская, Мария — поляк яҙыусыһы һәм шағирәһе.
- Мамед Халидов — поляк ҡатнаш көрәш спортсыһы, чечен сығышлы.
- Йоанна Енджейчик — ҡатнаш көрәш оҫталығы спортсыһы, иң бәләкәй ауырлыҡтағы ҡатын-ҡыҙҙар категорияһында UFC чемпионы.
Remove ads
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads