Органик химия институты (Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәге)

From Wikipedia, the free encyclopedia

Органик химия институты (Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәге)map
Remove ads

Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәгенең Органик химия институты (РФА ӨФҮ ОХИ) — Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ҡалаһындағы ғилми-тикшеренеү институты. 1995 йылда штаты 370 кешенән тора, уларҙың 190-ы ғилми хеҙмәткәр була. Институт эргәһендә Д 002.004.01 «Органик химия», «Физик химия», «Юғары молекуляр берләшмәләр» һәм «Биоорганик химия» специальностары буйынса ғилми совет эшләй[4].

Ҡыҫҡа факттар Нигеҙләү датаһы, Ҡыҫҡаса атамаһы ...

Remove ads

Тарихы

  • 1951 йыл — СССР Фәндәр академияһының яңы ойошторолған Башҡортостан филиалы составындағы Химия секторы булараҡ асыла. Тикшеренеүҙәр үҙәгендә — көкөртлө нефттәрҙе эшкәртеү.
  • 1953 йыл — Р. Д. Оболенцев етәкселегендәге Химия бүлеге итеп үҙгәртелә, аспирантура асыла.
  • 1961 йыл — Органик химия институты итеп үҙгәртелә, РСФСР Ғилми-тикшеренеү эштәрен координациялау дәүләт комитеты ҡарамағына тапшырыла.
  • 1967 йыл — СССР Фәндәр академияһының ҡабат асылған Башҡортостан филиалы ҡарамағына ҡайтарыла.
Remove ads

Тикшеренеүҙәренең төп йүнәлештәре

  • Органик синтез
  • Бирелгән үҙенсәлектәргә эйә органик молекулаларҙы дизайнлау һәм синтезлау;
  • Гетероциклдарҙы синтезлауҙың яңы ысулдары ;
  • Полимерҙарҙы каталитик синтезлау һәм модификациялау;
  • Окисланыу процестарының кинетикаһы һәм механизмы
  • Молекулаларҙың һәм металдар комплекстарының ҡуҙғыулы хәлдәр химияһы һәм яҡтылыҡ сығарыу менән барған реакциялар
  • Үҫемлек матдәләренең химияһы һәм биологик әүҙемлеге
  • Литий-көкөрт аккумуляторҙары өсөн көкөрт-органик берләшмәләр нигеҙендәге электролит системалары
  • Металдар һәм фармакондар менән комплекстар барлыҡҡа килтереүҙә гомо- һәм гетерофункциональ берләшмәләр
Remove ads

Институт составындағы лабораториялар

Органик һәм биоорганик химия бүлеге

  • Тәбиғи берләшмәләр лабораторияһы
  • Нуклеозидтарҙы синтезлау лабораторияһы
  • Металл-органик синтез һәм катализ лабораторияһы
  • Нескә органик синтез лабораторияһы
  • Түбән молекуляр биокөйләүселәр лабораторияһы
  • Бөжәктәрҙең феромондарын синтезлау лабораторияһы
  • Яңы дарыу средстволары лабораторияһы
  • Тикшеренеүҙең спектр ысулдары лабораторияһы
  • Хроматография лабораторияһы
  • Икенсел метаболиттарҙы синтезлау лабораторияһы

Физик химия бүлеге

  • Химик физика лабораторияһы
  • Координациялы берләшмәләр лабораторияһы
  • Окислашыу процестары лабораторияһы
  • Химик кинетика лабораторияһы
  • Электрохимия лабораторияһы
  • Электрон-молекуляр тәьҫир итешеүҙәр лабораторияһы
  • Көкөрт-органик берләшмәләр лабораторияһы
  • Органик берләшмәләр экстракцияһы төркөмө

Юғары молекуляр берләшмәләр химияһы бүлеге

  • Стереокөйләүсе полимерҙар лабораторияһы
  • Радикаль полимерлашыу лабораторияһы
  • Поликонденсация төркөмө
  • Полимерҙарҙы өйрәнеү төркөмө

Билдәле ғалимдар

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads