Оснабрюк

Германия Федератив Республикаһының Түбәнге Саксониялағы ҡалаһы From Wikipedia, the free encyclopedia

Оснабрюкmap
Remove ads

Оснабрю́к (нем. Osnabrück, нидерланд. Ossenbrügge) — Германиялағы ер әһәмиәтендәге ҡала, Түбәнге Саксония ерендә ҙурлығы буйынса өсөнсө ҡала. Ҡалала Оснабрюкский университет, юғары техник мәктәп һәм католик епископлығы урынлашҡан.

Ҡыҫҡа факттар Нигеҙләү датаһы, Рәсми атамаһы ...

Яҡындағы ҙур ҡалалар: Билефельд (көньяҡ-көнсығышҡа 43 км тирәһе), Мюнстер (көньяҡ-көнбайышҡа 44 км тирәһе), Ольденбург (төньяҡҡа  95 км), Бремен (төньяҡ-көнсығышҡа 103 км), Һанновер (көнсығышҡа 114 км), шулай уҡ нидерланд ҡалаһы Энсһеде (көнбайышҡа 78 км).

Remove ads

Тарихы 

Оснабрюк Бөйөк Карл тарафынан 780 йылда нигеҙ һалынған епископлыҡ эргәһендәге баҙар булараҡ барлыҡҡа килгән. Б. э. 9 йылында, 2000 йыл элек, Оснабрюк эргәһендә боронғо германдар 10-15 мең рим легионерын ҡыйратҡан (Тевтобург Урманындағы ҡаты алыш).

1348 йылда беренсе билдәле ҡала йәмғиәт-сәйәси ҡәбилә ҡоролошо тәртибе яҙылған.

1648 йылда Оснабрюкта һәм Мюнстерҙа Вестфаль килешеүе төҙөлгән.

1811 йылда был ерҙәрҙе Франция империяһы аннексиялаған, һәм Оснабрюк бер ни тиклем ваҡыт Үрге Эмс департаментының хакимиәт үҙәге булған.

Икенсе донъя һуғышы йылдарында ҡала көнбайыш союздаштар тарафынан 79 тапҡыр бомбаға тотолған. Биналарҙың 65 %, ә үҙәк өлөшөндә хатта 94 %  емерелгән.

Ентеклерәк мәғлүмәт Йыл, Халыҡ ...
Remove ads

Инфраструктураһы һәм иҡтисады

Thumb
Төп тимер юл вокзалы

Оснабрюк мөһим тимер юл үҙәге булып тора. Бында Һамбург — Бремен — Рур өлкәһе һәм Амстердам — Һанновер — Берлин һыҙаттары киҫешә. Оснабрюк аша бер нисә автобан: A1 (Путтһарден — Саарбрюкен), A30 (Бад-Эйнхаузен — Амстердам) һәм A33 (Оснабрюк — Падерборн), B68 автоюлы, шулай уҡ көнсығыш яғындағы B51 һәм B65 юлдары.

Ҡаланан 35 саҡрым алыҫлыҡта Мюнстер-Оснабрюк (IATA: FMO) халыҡ-ара аэропорты урынлашҡан.

Remove ads

Юғары белем 

Университет (яҡынса 12000 студент) һәм институт эшләй.

Һаулыҡ һаҡлау

  • Klinikum Osnabrück GmbH (шул иҫәптән онкология һәм быуындар хирургияһы шәхси клиникаһы)
  • Paracelsus-Klinik Osnabrück
  • Marienhospital Osnabrück, Niels-Stensen-Kliniken концернының бер өлөшө.
  • Osnabrück Christliches Kinderhospital
  • Kinderhospital Osnabrück
  • Osnabrück AMEOS Klinikum

Оснабрюк регионында:

  • Klinikum Osnabrücker Land GmbH
  • Klinikum Ibbenbüren

Төрлөһө 

Оснабрюкта немец яҙыусыһы Эрих Мария Ремарк тыуған. Тап ошо ҡалала Ремарктың ҡайһы бер әҫәрҙәрендәге («Время жить и время умирать» һәм «Чёрный обелиск», шулай уҡ өлөшләтә «Ночь в Лиссабоне» романында) ваҡиғалар бара. Ремарктың әҫәрҙәрендә Оснабрюк Верден йәки Верденбрюк тип атала. 

Билдәле кешеләре 

  • Кристиан Вульф — 10-сы Германия президенты.
  • Эрих Мария Ремарк — немец яҙыусыһы.
  • Феликс Нуссбаум — йәһүд сығышлы немец рәссамы, Яңы предметлыҡ сәнғәт стиле вәкиле.
  • Һанс Герт Пёттеринг — немец сәйәси эшмәкәре.
  • Аньорка Штрехель — немец актрисаһы.
  • Фриц Вольф — билдәле немец рәссам-карикатурасыһы.

Туғанлашҡан ҡалалар

Remove ads

Әҙәбиәт 

  • Bettina Meckel. Osnabrück und Umland. / Пер. на русский: Leonid Bussler. Wenner, Оснабрюк, 2010, ISBN 978-3-87898-417-7

Һылтанмалар 

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads