Пали теле
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Па́ли (Pāli, синг. පාලි, деванагари: पालि) — һинд-европа телле ғаиләнең һинд (йәки һинд-арий) төркөмөнөң урта һинд телдәренең бер пракриты йәки "тәбиғи, ҡәҙимге, ябай " теле. «Пали» һүҙе «строка, строфа» тигәнде аңлата һәм Тхераваданың ҡануни будда текстары менән туранан-тура бәйле.
Пали телендә иң күләмле әҫәр — «Типитака» Теравадина ҡануны һәм уға аңлатмалар. Ҡанунға ҡарамаған әҙәбиәттән тарихи йылъяҙмалар — «Дипаванса» айырылып тора
«Махаванса» һәм «Чулаванса» Шри-Ланка утрау тарихын бәйән итә. Хәҙерге ваҡытта Шри-Ланкалағы, Мьянмалағы, Таиландтағы, Лаостағы һәм Камбоджалағы будда тантаналарының төп теле булып тора, унда бик күп дини, философик, ғилми һәм юридик әҫәрҙәр ҙә яҙылған.
Үткән замандың бөйөк мираҫы булараҡ, пали әҙәбиәте Европала, АҠШ-та, Һиндостанда, Шри-Ланкала, Һинд-Ҡытайҙа һәм Японияла өйрәнелә
Беҙҙең эраға тиклем VII быуаттан башлап Төньяҡ Һиндостандағы Кошаланың (Будданың тыуған ере) юғары синыфтары һөйләшкән телгә нигеҙләнгән. .Киң таралған фекерҙәргә ҡаршы, пали теле магадха теленә оҡшаш түгел.[1]. Артабан Косала Магадха тарафынан яулап алына, һәм пали көнсығыш һинд элементтарын («магадхизмдарҙы») һеңдереп, батшалыҡ диалекттарының береһенә әйләнә.[2].
Стандартлаштырылған тел беҙҙең эраның өсөнсө йәки дүртенсе быуатында барлыҡҡа килә. .[3].
Remove ads
Тел характеристикаһы
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads