Палинология

From Wikipedia, the free encyclopedia

Палинология
Remove ads

Ҡалып:Комплексная наука

Thumb
Иген пыльцевой ҡарағай микроскоп аҫтында
Ҡыҫҡа факттар Өйрәнеү объекты, Тасуирлау биттәре ...

Палинология — ботаника, геология, палеогеография, палеоботаника сиктәрендәге фән, һеркә бөртөктәрен һәм үҫемлек, бәшмәк һәм бактерияларҙың саң-һеркәләрен өйрәнә[1].

Remove ads

Фәндәре

Күп тикшеренеүселәр палинологияны һеркәләр һәм саң-һеркәләр, уларҙы күсереү һәм ҡулланыу тураһында үҙ аллы фән итеп билдәләй. Үҫемлектең һеркәләрен микроскоп аҫтында өйрәнеү тураһында тәүге мәғлүмәттәр XVII быуаттың икенсе яртыһынан ҡарай. Инглиз ботанигы Неемия Грю (ингл. Nehemiah Grew)саң-һеркә һәм һеркәне һүрәтләй, уңышлы үрсеүе өсөн үҫемлектәрҙең тап һеркә менән аталаныуы кәрәк тип иҫбатлай.

«Палинология» термины 1944 йылда инглиз палеоботаниктары Д. Х. Хайд, Д. Уильямс һәм швед геологы Эрнст Антевс тарафынан тәҡдим ителә[2].

Remove ads

Палинология бүлектәре

  • Палиноморфология — палинологияның төп бүлеге. Саң-һеркә һәм һеркәләрҙең формаһын, төҙөлөшөн һәм үҫешен (орлоҡло үҫемлектәрҙең ата гаметофиттарын), уларҙың тышлығын (экзоспория ), йәғни экзина һәм периспорий, йәғни «перила») өйрәнә. Был тышлыҡтар йыш ҡына һеркәләрҙе һәм саң-һеркәләрҙе билдәләү өсөн мөһим хас морфологик билдәләргә эйә булып тора.
  • Палинотаксономия сағыштырмаса-палиноморфологик тикшеренеүҙәрҙе үҫемлектәрҙе төркөмләү һәм системаға һалыу өсөн ҡуллана.
  • Мелиттопалинология бал составындағы һитәне(перга) һәм һеркәләрҙе өйрәнә.
  • Медицинала палинология аллергияның ҡайһы бер төрҙәренең барлыҡҡа килеү сәбәптәрен асыҡлай
  • Суд эштәре палинологияһы спора һәм һеркә анализын криминалистикала ҡуллана.
Remove ads

Башҡа фәндәр менән бәйләнеше

Палинологияның һеркә һәм спораларҙың таралыу, күмелеп ҡалыу (фоссилизация) юлдарын, тәү сиратта торф һәм ултырма тоҡомдарҙы өйрәнеүе палеоботаник, геоморфологик һәм геологик (стратиграфик) мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн бик мөһим.

Бынан тыш, археология өсөн палинология мәғлүмәттәренең әһәмиәте бигерәк тә ҙур.

Палинология ысулдары

  • Геологияла спора һәм һеркә анализы.

Халыҡ-ара хеҙмәттәшлек

Халыҡ-ара палинологик конференциялар һәм конгрестар (МПК)[3] үтә:

  1. 1962 — АҠШ флагы Тусон
  2. 1966 — Нидерландтар Утрехт
  3. 1971 — СССР Новосибирск
  4. 1976 — Ер Лакхнау
  5. 1980 — Бөйөк Британия флагы Кембридж
  6. 1984 — Канада флагы Калгари
  7. 1988 — Австралия флагы Брисбен
  8. 1992 — Франция флагы Экс-ан-Прованс
  9. 1996 — АҠШ флагы Хьюстон
  10. 2000 — Ҡытай Халыҡ Республикаһы флагы Нанкин
  11. 2004 — Испания Гранада
  12. 2008
  13. 2012
  14. 2016
  15. 2020

Билдәле палинологтар

Рәсәйҙә:

  • Гричук Владимир Поликарпович (1907—1999)
  • Громов Валериан Иннокентьевич (1896—1978)
  • Заклинская Елена Дмитриевна (1910—1989)
  • Нейштадт Марк Ильич (1903—1985)
  • Самойлович Софья Рудольфовна
  • һәм башҡа ғалимдар[4].

Иҫкәрмә

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads