Геология

From Wikipedia, the free encyclopedia

Геология
Remove ads

Геология — (грек телендә γη- (ge-) — ер һәм λογος (logos) — өйрәнеү) — башка фәндәр һәм дисциплиналарҙы йәлеп итеп, мөмкин булған ысулдар менән Ерҙең төҙөлөшөн, уның килеп сығышын һәм үҫешен, геологик процестарҙы, матдәләр составын, ер ҡабығы структураһын һәм литосфераһын өйрәнеүгә нигеҙләнгән фәндәр йыйылмаһы[1][2]. Геологияны ҡыҫҡаса Ерҙең төҙөлөшөн, составын һәм үҫеше үҙенсәлектәрен, уның өҫтөн өйрәнеүсе фән, тип билдәләргә мөмкин[3].

Ҡыҫҡа факттар Өйрәнеү объекты, Вики-проект ...

Геология нефть, таш күмер, шулай уҡ тимер, баҡыр һымаҡ металдарҙы һәм башҡа тәбиғи ресурстарҙы табырға һәм ҡулланырға ярҙам итә.

Геология Ер һәм Ер ҡабығының составы, төҙөлөшө, үҫеш тарихы, файҙалы ҡаҙылмалар хасил булыу һәм уларҙың урынлашуын өйрәнеүсе фәндәр комплексы. «Геология» термины 1657 йылда Норвегия ғалимы М. П. Эшольт тарафынан тәҡдим ителә. Геологияның төп объекты — Ерҙең тышҡы таш ҡатламы — литосфера һәм, беренсе сиратта, Ер ҡабығындағы файҙалы ҡаҙылмаларҙы өйрәнеү һәм сығарыу өсөн уңайлы горизонт.

1934—1941 йылдарҙа СССР-ҙа урта мәктәптә айырым «геология» курсы булған[4]. Һуғыштан һуң геологияны мәктәптәргә кире ҡайтарыу буйынса В. А. Обручев һәм В. А. Варсанофьева көрәшә[5].

Хәҙерге геология стратиграфия, тектоника, региональ геология, минералогия, петрография, литология, геохимия, файҙалы ҡаҙылмалар өйрәнеүҙе үҙ эсенә ала. Геология физик география, геофизика, кристаллография, палеонтология менән тығыҙ бәйләнештә эшләй. Ғәмәли әһәмиәткә эйә булған тармаҡтары — гидрогеология, инженер геологияһы һәм шулай уҡ яңы йүнәлештәр — петрохимия, петрофизика һ.б. үҙенә бер төркөм хасил итә.

Thumb
Scotsman James Hutton, father of modern geology

Джеймс Геттон (Хаттон) (ингл. James Hutton, (1726, Эдинбург — 1797) — Шотландия геологы, физигы һәм химигы. Джеймс Хаттон геология һәм геохронологияға нигеҙ һалыусы тип иҫәпләнә. Ул геологик актуализм һәм плутонизм теорияларын булдыра[6][3]. Геолог Хаттон исеме хаттонит тигән минералға бирелгән.

Геология XVIII быуаттың 2-се яртыһы — XIX быуат башында тәбиғәт белеменең мөстәҡил тармағына әүерелә (Н. Стено ҡатламдарҙың өҙлөкһөҙ суперпозиция принциптарын билдәләй; В. Смит һәм Ж. Кювье киҫелеште биостратиграфик бүлемдәргә айырыу һәм тоҡомдарҙың сағыштырмаса йәшен билдәләү ысулын эшләй). 1840 йылдар башында фанерозойҙың стратиграфик шкалаһы төҙөлә. Шул уҡ ваҡытта, беренселәрҙән булып, XIX быуаттың 1-се яртыһы геологтары өсөн парадигма булған «күтәрелеш кратерҙары» тигән беренсе тектоник концепция барлыҡҡа килә (Л. Бух һәм А. Гумбольдт). Рәсәйҙә был теория яғында булыусылар булып Д. И. Соколов, Г. Д. Романовский, Н. А. Головкинский һ.б. тора. Күп илдәрҙә геология йәмғиәттәре ойоша, улар геология фәненең яңы ҡаҙаныштары тураһында фекер алыша, эҙләнеүҙәр тураһында материалдар баҫтырып сығара һәм ҡайһы бер эштәрҙе финанслай. 1805 йылда Мәскәүҙә тәбиғәтте тикшереү, 1807 йылда — Лондонда геология, 1917 йылда Рәсәйҙә минералогия йәмғиәттәре ойошторола. Системалы рәүештә план төшөрөү һәм эҙләнеү эштәре үткәреү зарурлығы һуңыраҡ милли геология буйынса хеҙмәттәр барлыҡҡа килтерә. 1882 йылда Рәсәйҙә геология комитеты ойошторола.

Remove ads

Терминдары

Thumb
«Геология» грек телендә
Thumb
Геология буйынса беренсе урыҫ ҡулланмаһы. Дмитрий Иванович Соколов, 1839

«Геология» төшөнсәһе башта ер фәне (грек теленән һүҙмә-һуҙ) тигәнде аңлата. Философия контексында «лат. geologiam» терминын 1344 йылда уҡ инглиз епискобы Ричард де Бери (1287—1345) «Любовь к книгам» китабының 11-се бүлеге аҙағында ҡулланған[7] (1473 йылда Кёльнда баҫылып сыға)[8][3]. Ул «геология … фәндәр иҫәбенә инеүе мөмкин түгел» тигән[9] Фәнни тасуирлауҙар өсөн геология терминын беренсе ҡулланыуҙар для научных описаний[10] относятся к:

  • 1603 Папа өлкәһе — Улиссе Альдрованди (The will)[11], тәбиғәт батшалығының береһен билдәләү өсөн — «ер фәне»[12][13][14].
  • 1657 Датско-норвежская уния — Меркель Эсхолт (Mikkel Pedersøn Escholt, 1600—1699) Норвегия ғалимы, «Geologica Norvegica» китабын яҙа[3][15].
  • 1661 Бөйөк Британия флагы — Robert Lovell (Πανορυκτολογια — Паноректология)
  • 1687 Изге Рим империяһы — Fabrizio Sessa (Geologia), уға йондоҙҙар түгел, ә Ер һәм ер есемдәре уға йоғонто яһай, тип аңлата.
  • 1690 Бөйөк Британия флагы — Erasmus Warren (Geologia, or A discourse concerning the Earth before the Deluge)
  • 1700 Изге Рим империяһы — Detlev Clüver (Geologia sive philosophemata of Genesi ac structura globi terreni)
  • 1755 Бөйөк Британия флагы — Джонсон Сэмюэл тәүге тапҡыр геологияны инглиз теле һүҙлегендә һүрәтләй[16]:
    «Ер тураһында тәғлимәт; Ерҙең торошо һәм тәбиғәте»
  • 1778 Бөйөк Британия флагы — Жан Андре Делюк яҙа[17]:
    «Бында космология аҫтында Йыһандың түгел, ә Ерҙең ғилемен беләм. Был мәғәнәлә геология дөрөҫ һүҙ; әммә мин уны ҡулланырға ҡыймайым, сөнки ул ҡулланылмай.»
  • 1779 Швейцария — Орас Соссюр Альп тауҙарының геологик төҙөлөшөн һүрәтләй.
  • 1807 Бөйөк Британия флагы — «Лондондың геология йәмғиәте» клубына нигеҙ һалына.
  • 1830 Бөйөк Британия флагы — Чарлз Лайель «Принципы геологии» (1830—1833) китабында үҙ ваҡыты өсөн аныҡ билдәләмә бирә[18]:
«Геология — был фән, ул органик һәм органик булмаған тәбиғәт батшалығындағы эҙмә-эҙлекле булған үҙгәрештәрҙе тикшерә; ул ер өҫтөнөң үҙгәреүенә һәм планетабыҙҙың тышҡы төҙөлөшөнә йоғонто яһаған был үҙгәрештәрҙең сәбәптәрен һәм йоғонтоһон тикшерә»

Геология фәндәре оҙаҡ ваҡыт ҡаҙылма есемдәрҙең тәбиғи тарихы төшөнсәһе менән билдәләнә. Академик М. В. Ломоносов (1711—1765) термин геология никогда не использовал[19].

Һүрәтләүсе геологияға «геогнозия» (бор. юнан. γῆ «Ер» + бор. юнан. γνῶσις «аңлау, белем, фән» термины яҡыныраҡ тора[20] или геогностика). Минералдар, мәғдәндәр һәм тау тоҡомдары тураһында фән өсөн был атаманы немец ғалимы Г. Фюксель (1761 йылда) индерә, A. Г. Вернер (1780 йылда) аныҡлай һәм үҫтерә, хәҙерге аңлатыуҙа — дөйөм һәм динамик геология. Ерҙең барлыҡҡа килеүе һәм тарихы, уның эске төҙөлөшө тураһында абстракт күҙаллауҙар менән шөғөлләнгән тик теоретик геологиянан айырмалы рәүештә уны өҫтән күҙәтергә мөмкин булған объекттарҙы өйрәнеүсе геологияның практик өлкәләрен дөйөм һәм динамик геология тип билдәләгәндәр. Рәсәйҙә геогнозия термины дисциплина һәм званиелар атамаһында XIX быуат аҙағына тиклем һаҡлана: «минералогия һәм геогнозия докторы» йәки «минералогия һәм геогнозия профессоры»[3][21]. Мәҫәлән, В. В. Докучаев 1883 йылда минералогия һәм геогнозия докторы ғилми дәрәжәһен ала[22]

Remove ads

Геология фәндәре

Thumb
Геолог ҡоралдары

Хәҙерге геология — айырым фәндәрҙең байтағын үҙ эсенә алған белемдең ҙур бүлеге, уларҙың һәр береһе үҙенең өйрәнеү объектына эйә һәм үҙенең тикшеренеү ысулдарын ҡуллана[23].

Геология Ер тураһында бөтөн фәндәр комплексын берләштерә. Бөтә был фәндәрҙе бер-береһе менән был фәндәрҙең башы, үҙәге булған төрлө геологик есемдәрҙең арауыҡ-ваҡыт мөнәсәбәттәре төшөнсәләре бәйләй[24].

  • Геология циклы фәндәренең тулы исемлеге.

Ер ҡабығы тураһында фәндәр

Thumb
Объекты Минералогия
  • Минералогия — минералдарҙы, уларҙың генезисын, классификацияһын өйрәнеүсе геология бүлеге.
  • Петрология (петрография) — магматик, метаморфик һәм ултырам тау тоҡомдарын — уларҙың һүрәтләнешен, сығышын, состав, текстура-структура үҙенсәлектәрен, шулай уҡ классификацияһын өйрәнеүсе геология бүлеге.[3]
  • Литология (ултырма тоҡомдар петрографияһы) — ултырма тоҡомдарҙы өйрәнеүсе геология бүлеге.
  • Структуралы геология — геологик есемдәрҙең ятышы һәм ер ҡабығының боҙолоуын өйрәнеүсе геология бүлеге.
  • Гидрогеология — ер аҫты һыуҙарын өйрәнеүсе геология бүлеге.
  • Кристаллография — башта минералогия йүнәлештәренең береһе, хәҙерге ваҡытта ысынында иһә физик дисциплина[3].

Хәҙерге геологик процестар тураһында фәндәр

Thumb
Вулканология вулкандарҙы өйрәнә

йәки динамик геология:

  • Геотектоника — ер ҡабығы төҙөлөшөн өйрәнеүсе геология бүлеге (геотектоника, неотектоника һәм эксперименталь тектоника).
  • Вулканология — вулканизмды өйрәнеүсе геология бүлеге.
  • Сейсмология — ер тетрәүҙәр ваҡытында геологик процестарҙы өйрәнеүсе геология бүлеге, сейсмик районлаштырыу.
  • Геокриология (туң ҡатламдарҙы өйрәнеү ғилеме) — күп йылдар туң булған тоҡомдарҙы өйрәнеүсе геология бүлеге.

Геологик процестарҙың тарихи эҙмә-эҙлеклелеге тураһында фәндәр

Thumb
Ҡаҙылма ҡалдыҡтарҙы палеонтология өйрәнә
Thumb
Вулканоген-ултырма тау тоҡомдарының ҡатламын стратиграфия өйрәнә

Йәки тарихи геология:

  • Тарихи геология Ер тарихында мөһим ваҡиғаларҙың эҙмә-эҙлеклелеге тураһынла мәғлүмәттәрҙе өйрәнеүсе геология тармағы. Бөтә геология фәндәре теге йәки был кимәлдә тарихи характерға эйә, әһәмиәтле ҡатламдарҙы тарихи аспектта ҡарай һәм беренсе сиратта хәҙерге структураларҙың барлыҡҡа килеүе тарихын асыҡлау менән шөғөлләнә. Ер тарихы ике ҙур этапҡа — эонға бүленә, ултырма тоҡомдарҙа эҙҙәрен ҡалдырған ҡаты өлөштәр менән организмдарҙың барлыҡҡа килеүе буйынса һәм палеонтология мәғлүмәттәренә ярашлы сағыштырмаса геологик йәшен билдәләү. Ерҙә ҡаҙылмаларҙың барлыҡҡа килеүе менән фанерозой — асыҡ тормош ваҡыты башлана, ә быға тиклем криптозой йәки докембрий — йәшерен тормош ваҡыты булған. Докембрий геологияһы айырым дисциплинаға бүленә, сөнки үҙенсәлекле, йыш ҡына көслө һәм күп тапҡыр метаморфланған комплекстарҙы өйрәнә һәм айырым тикшеренеү ысулдарына эйә.
  • Палеонтология боронғо тормош формаларын өйрәнә һәм ҡаҙылма ҡалдыҡтарҙың, шулай уҡ организмдарҙың йәшәүгә һәләтлелеге эҙҙәрен өйрәнеү менән шөғөлләнә
  • Стратиграфия — ултырма тау тоҡомдарының сағыштырмаса геологик йәшен, тоҡомдар ҡатламдарының йырғыланыуы һәм төрлө геологик ҡатламдарҙың корреляцияһын билдәләусе фән. Стратиграфия өсөн төп сығанаҡтарҙың береһе булып палеонтологик билдәләмәләр тора[3].

Ғәмәли дисциплиналар

  • Файҙалы ҡаҙылмалар геологияһы файҙалы ҡаҙылмалар ятҡылығының типтарын, уларҙы ҙләү һәм разведкалау ысулдарын өйрәнә. Нефть һәм газ геологияһына, күмер һәм янар һәүерташ, металлогения, мәғдән булмаған ятҡылыҡтар (төҙөлөш материалдары һ.б.) геологияһына бүленә. (строительные материалы и т. п.).
  • Инженер геологияһы — геологик мөхит һәм инженер ҡоролмаларының үҙ-ара бәйләнешен, шулай уҡ геологик процестарҙы һәм уларҙың инженер-хужалыҡ эшмәкәрлегенә йоғонтоһон өйрәнеүсе геология бүлеге[3].

Ҡатнаш һәм башҡа фәндәр

Башлыса улар ҡатнаш фәндәр менән бәйле:

Thumb
Геолог Х. Шмитт Айҙа
  • Геохимия — Ерҙең химик составын, Ерҙең төрлө өлкәләрендә химик элементтарҙы сәсеүсе һәм туплаусы процестарҙы өйрәнеүсе геология бүлеге.
  • Геофизика — Ерҙең физик үҙенсәлектәрен, шулай уҡ: гравиразведка, сейсмикразведка, магнит разведкаһы, электроразведка, радиометрия, скважиналарҙың геофизик тикшеренеүҙәре кеүек разведкалау ысулдары комплексын үҙ эсенә алған геология бүлеге.
  • Петрофизика — Геология, геофизика, шулай уҡ матдәләр физикаһы менән сиктәш булған Ер тураһындағы фәндең ғәмәли бүлеге. Петрофизика тау тоҡомдарының төрлө физик үҙенсәлектәрен, бер-береһе менән һәм Ерҙең физик ҡырҙары менән бәйләнешен өйрәнә.
  • Геобаротермометрия — минералдар һәм тау тоҡомдары барлыҡҡа килеү кимәлен һәм температура һәм баҫымын билдәләү ысулдары комплексын өйрәнеүсе фән.
  • Микроструктуалы геология — тоҡомдарҙың деформацияһын микрокимәлдә, минералдар һәм агрегаттар бөртөктәре масштабында өйрәнеүсе геология бүлеге.
  • Геодинамика — Ерҙең эволюцияһын планетар масштабта, йәҙрәлә, мантияла һәм ер ҡабығында процестар бәйләнешен өйрәнеүсе геология бүлеге.
  • Геохронология — тоҡомдарҙың һәм минералдарҙың йәшен билдәләүсе геология бүлеге.
  • Геология тарихы — геология һәм тау эше белеме тарихы бүлеге.
  • Агрогеология[en] — ауыл хужалығыныда агромәғдәнде табыу һәм ҡулланыу, шулай уҡ ауыл хужалығы тупраҡтарының минеарлогик составын өйрәнеүсе геология бүлеге.
  • Геоморфология — Ер рельефы (ер өҫтө тигеҙһеҙлектәренең) барлыҡҡа килеү процестарын, Ер өҫтө рельефы менән бәйле файҙалы ҡаҙылмаларҙың ятҡылыҡтары урынлашыуын өйрәнеүсе география һәм геология сигендә ҡатнаш фән.

Хәҙерге геология бүлектәре Ер сиктәренән сыға — йыһан геологияһы йәки планетология, космохимия, космология.

Remove ads

Геология тарихы

Thumb
Джеймс Хаттон — хәҙерге геологияға нигеҙ һалыусы

Беренсе геологик күҙәтеүҙәр динамик геологияға ҡарай — был ер тетрәүҙәр, вулкан урғылыуҙар, тауҙар йыуылыу, яр буйы һыҙаттарын күсеүе тураһында мәғлүмәттәр. Бындай әйтемдәр йыш ҡына Пифагор, Аристотель, Өлкән Плиний, Страбон эштәрендә осрай[3]. Геологик есемдәрҙе классификацияларға маташыу һәм минералдарҙы һүрәтләү X—XI быуаттарҙа Әбүғәлисина эштәрендә осрай[3]. Ҡайһы бер хәҙерге ғалимдар хәҙерге геология урта быуат ислам донъяһында башланған тип иҫәпләй[25].

Яңырыу дәүерендә геологик тикшеренеүҙәрҙе ғалимдар Леонардо да Винчи һәм Джироламо Фракасторо үткәрә. Ҡаҙылма ҡабырсаҡтарҙың юҡҡа сыҡҡан организмдарҙың ҡалдыҡтары булыуынан сығып, Ер тарихының Тәүрат (Библия) күҙаллауынан оҙонораҡ икәнлеген фараз иткән. XVII быуат аҙағында — XVIII быуат башында Ерҙең дөйөм теорияһы барлыҡҡа килә, ул дилювианизм исемен ала. Шул ваҡыттағы ғалимдар фекере буйынса тау тоҡомдары һәм уларҙағы ташҡа әйләнеүҙәр туфан һыуы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә.[3].

XVIII быуаттың икенсе яртыһында файҙалы ҡаҙылмаларға ихтыяж кинәт арта, был иһә ер аҫты байлыҡтарын өйрәнеүгә, айырым алғанда, фактик материал туплауға, тау тоҡомдарының үҙенсәлектәрен һәм ятышы шарттарын һүрәтләүгә, күҙәтеү алымдарын эшләүгә килтерә[3]. Джеймс Хаттон, «Теория Земли» эшенең авторы, йыш ҡына беренсе заманса геолог тип иҫәпләнә[26]. Шул уҡ ваҡытта Рәсәйҙә М. В. Ломоносовтың геология хеҙмәттәре донъя күрә[3].

Заманса стратиграфия шкалаһының төп бүлексәләре рәсми рәүештә 1881 йылда Болоньяла 2-се Халыҡ-ара геология конгресында ҡабул ителә. Рәсәйҙә беренсе геологик карталар булып Д. Лебедев һәм М. Ивановтың (Көнсығыш Байкал аръяғы, 1789—1794), Н. И. Кокшаровтың (Европа Рәсәйе, 1840), Г. П. Гельмерсендың ("Европа Рәсәйенең тау формацияларының генераль картаһы) эштәре тора[3].

XIX быуаттың күп өлөшөндә геологиялағы бәхәстәр Ерҙең йәше тураһында мәсьәлә тирәһендә әйләнә. Баһалар 100 меңдән алып бер нисә миллиард йәшкә тиклем үҙгәрә.[27] XX быуат башында радиометрик даталау Ерҙең йәшен билдәләргә мөмкинлек бирә, баһа ике миллиард йыл тәшкил итә. Хәҙерге ваҡытта Ерҙең яҡынса йәше 4,5 миллиард икәнлеге билдәле[28]

Күп томлыҡ «Геологическая изученность СССР» баҫмаһы СССР төбәктәре буйынса 1990 йылға тиклем әҙәбиәтте дөйөмләштерә.

Remove ads

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads