Пантелькин Анатолий Александрович

From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads

Пантелькин Анатолий Александрович (15 сентябрь 1919 йыл — 14 март 1945 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир, авиация полкының эскадрилья командиры, майор. Советтар Союзы Геройы (1945, үлгәндән һуң).

Ҡыҫҡа факттар Зат, Гражданлыҡ ...
Remove ads

Биографияһы

Пантелькин Анатолий Александрович 1919 йылдың 15 сентябрендә Автономиялы Совет Башҡорт Республикаһының Юрматы кантоны[1] Кирюшкин ауылында тыуған[2]..

Урыҫ. 1944 йылдан ВКП(б) ағзаһы. 1935 йылда 7 синыфты, 1936 йылда Силәбе өлкәһенең Златоуст ҡалаһында фабрика-завод уҡытыу мәктәбен тамамлай, Стәрлетамаҡ ҡалаһының тирмән комбинатында токарь булып эшләй. Бер үк ваҡытта Осоавиахим пилоттар курсына йөрөй.

1940 йылда Башҡорт АССР-ының Стәрлетамаҡ ҡала хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армияға саҡырыла һәм 30 ирекмән иҫәбендә комсомол юлламаһы буйынса Сталинград хәрби авиация пилоттар мәктәбенә уҡырға ебәрелә, уны 1941 йылда тамамлай.

Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында 1943 йылдың ғинуарынан.

1945 йылдың 14 мартында А. А. Пантелькин Будапешт (Венгрия) янында хәрби заданиеларҙы үтәгәндә батырҙарса һәләк була[3][4][5]. Венгр ауылы Пекш зыяратында ерләнгән[6].

Remove ads

Батырлығы

«116-сы истребитель авиация полкының эскадрилья командиры (295-се истребителдәр авиацияһы дивизияһы, 17-се һауа армияһы, 3-сө Украин фронты) 1945 йылдың ғинуары уртаһына 270 хәрби осош яһай (дошман ғәскәрҙәренә разведка яһау — 26, ер өҫтө ғәскәрҙәрен ҡаплау — 84, штурмовик һәм бомбардировщиктары оҙатыу — 160).

49 һауа һуғышында ҡатнаша, шәхсән 16 дошман самолетын бәреп төшөрә. Штурмлау һәм бомба ташлау юлы менән 5 танкты, 30 хәрби йөк автомашинаһын, 150-гә тиклем дошман һалдатын һәм офицерын юҡ итә, 3-сө тимер юл эшелонын яндыра. Капитан А. А. Пантелькин етәкселек иткән эскадрилья 1944 йылдың мартынан 1945 йылдың ғинуарына тиклем 517 хәрби осош яһай. Һауа һуғышында 29 дошман самолетын бәреп төшөрә. Штурмлау һәм бомба ташлау юлы менән 6 танк 67 автомашина, яғыулыҡ менән 2 цистерна, 10 тимер юл вагоны, боеприпастар, яғыулыҡ менән 3 склад, 580-гә тиклем дошман һалдатын һәм офицерын юҡ итә».

СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 18 авгусындағы указы менән эскадрилья менән өсөн оҫта етәкселек иткәне, командованиеның хәрби заданиеларын теүәл үтәгәне һәм шул уҡ ваҡытта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн капитан Пантелькин Анатолий Александровичҡа үлгәндән һуң «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә.

Remove ads

Хәтер

  • Советтар Союзы Геройы А. А. Пантелькин исеме менән Киев ҡалаһында (элекке Виноградарский) һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһында урам аталған.
  • Стәрлетамаҡта Пантелькин йәшәгән йортта мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Бүләктәре

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads