Первомайский ауыл Советы (Стәрлетамаҡ районы)

Рәсәй, Башҡортостандың Стәрлетамаҡ районындағы ауыл биләмәһе From Wikipedia, the free encyclopedia

Первомайский ауыл Советы (Стәрлетамаҡ районы)
Remove ads

Муниципаль берәмек

Ҡыҫҡа факттар Дәүләт, Административ үҙәк ...

Первомайский ауыл Советы Рәсәй Федерацияһы Башҡортостан Республикаһының Стәрлетамаҡ районы муниципаль районының административ-территориаль һәм муниципаль берәмеге.

Административ үҙәге — Первомайский ауылы.

Remove ads

Тарихы

Башҡортостан Республикаһының «Башҡортостан Республикаһында муниципаль берәмектәрҙең сиктәре, статусы һәм административ үҙәктәре тураһындағы Законына» ярашлы ауыл биләмәһе статусына эйә[11][12][13].

2008 йылда ауыл Советы составына Дергачевка ауыл Советы инә.

Башҡортостан Республикаһының 2008 йылдың 19 ноябрендәге 49-з һанлы «Айырым ауыл Советтарын берләштереүгә һәм тораҡ пункттарын тапшырыуға бәйле Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошондағы үҙгәрештәр тураһындағы» Законында түбәндәге юлдар бар[14]:

"Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошона түбәндәге үҙгәрештәрҙе индерергә:

40) Стәрлетамаҡ районы буйынса:
г) «Первомайский» атамаһын һаҡлап, Первомайский һәм Дергачевка ауыл Советтарын берләштерергә, административ үҙәген Первомайский ауылында урынлаштырырға.
Дергачевка ауыл Советының Владимировка, Дергачевка, Соколовка, Фёдоро-Петровка ауылдарын Первомайский ауыл Советы территорияһы составына индерергә.
Первомайский ауыл Советы сиктәрен тәҡдим ителгән схема картаһына ярашлы раҫларға.
Дергачевка ауыл Советын иҫәп мәғлүмәттәренән алып ташларға;

Remove ads

Халҡы

Ентеклерәк мәғлүмәт Халыҡ иҫәбе ...

Ауыл биләмәһе составында

Ентеклерәк мәғлүмәт №, Тораҡ пункты ...

Археология

1960-сы йылдарҙа Яңы Абдрахман ауылы янында Чумарово-I ҡурған ҡәберлеге табыла. Ул 15 ерләү комплексынан тора. Ҡәберлек ике ҡатлы — беҙҙең эраға тиклем XVII һәм III быуаттарҙа: бронза дәүерендә (бура археологик мәҙәниәте) һәм иртә тимер быуатында (сармат мәҙәниәте) ерләгәндәр)[21].

Иҫкәрмәләр

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads