Муниципаль берәмек
урындағы үҙидаралыҡ ғәмәлгә ашырыла торған тораҡ территория From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Муниципаль берәмек — Рәсәй Федерацияһында урындағы үҙидаралыҡ ғәмәлгә ашырыла торған тораҡ территория. Урындағы үҙидаралыҡ урындағы мәсьәләләрҙе хәл итеү маҡсатында туранан-тура халыҡ тарафынан һәм (йәки) урындағы үҙидаралыҡтың һайлап ҡуйылған йәки башҡа төрлө органдары тарафынан тормошҡа ашырыла[1][2].
2014 йылдың майынан Рәсәй Федерацияһы ҡануниәте муниципаль берәмектәрҙең ете төрөн ойоштороуҙы күҙҙә тота. Муниципаль берәмектәр Рәсәй Федерацияһы субъекттары закондары менән ойошторола, бөтөрөлә йәки үҙгәртелә. Бер төрҙәге муниципаль берәмектәр икенсе төрлөләрҙең составына инә. Муниципаль берәмектәр Рәсәй Федерацияһының бөтә территорияһында бар.
Рәсәйҙә майҙаны буйынса иң ҙур муниципаль берәмек — Таймыр Долган-Ненец муниципаль районы, халыҡ һаны буйынса — Новосибирск ҡалаһы ҡала округы.
Remove ads
Муниципаль берәмек төрҙәре
«Рәсәй Федерацияһында урындағы үҙидаралыҡты ойоштороуҙың дөйөм принциптары тураһында» 2003 йылдың 6 октябрендәге 131-ФЗ Федераль закондың 2-се статьяһына ярашлы, Рәсәй Федерацияһында 5 төрлө муниципаль берәмек була:
- ауыл биләмәһе — дөйөм территория менән берләштерелгән бер йәки бер нисә ауыл тораҡ пункты (ҡасабалар, ауылдар, станицалар, утарҙар, ҡышлаҡтар һәм башҡалар), уларҙа урындағы үҙидаралыҡ туранан-тура халыҡ тарафынан һәм (йәки) урындағы үҙидаралыҡтың һайлап ҡуйылған йәки башҡа төрлө органдары тарафынан тормошҡа ашырыла[3]; совет осорондағы ауыл советтарына һәм советҡа тиклемге осорҙағы земстволарға тап килә. Ауыл биләмәһе муниципаль район составына инә.
- ҡала биләмәһе — ҙур булмаған ҡала йәки ҡала тибындағы ҡасаба, уларҙа урындағы үҙидаралыҡ туранан-тура халыҡ тарафынан һәм (йәки) урындағы үҙидаралыҡтың һайлап ҡуйылған йәки башҡа төрлө органдары тарафынан тормошҡа ашырыла[3]; ҡала округы булмаған ҡала биләмәләре муниципаль райондар составына инә.
- муниципаль район — дөйөм территория менән берләштерелгән бер йәки бер нисә биләмә (ауыл һәм/йәки ҡала биләмәһе) һәм тораҡ-ара территориялар, уларҙың сиктәрендә урындағы үҙидаралыҡ туранан-тура халыҡ тарафынан һәм (йәки) урындағы үҙидаралыҡтың һайлап ҡуйылған йәки башҡа төрлө органдары тарафынан тормошҡа ашырыла[3];
- ҡала округы — дөйөм территория менән берләштерелгән һәм муниципаль берәмек булмаған бер йәки бер нисә тораҡ пункт, уларҙа урындағы үҙидаралыҡ туранан-тура халыҡ тарафынан һәм (йәки) урындағы үҙидаралыҡтың һайлап ҡуйылған йәки башҡа төрлө органдары тарафынан тормошҡа ашырыла[3];
- федераль әһәмиәттәге ҡаланың ҡала эсе территорияһы (федераль әһәмиәттәге ҡаланың ҡала эсе муниципаль берәмеге) — федераль әһәмиәттәге ҡала территорияһының өлөшө, уның сиктәрендә урындағы үҙидаралыҡ туранан-тура халыҡ тарафынан һәм (йәки) урындағы үҙидаралыҡтың һайлап ҡуйылған йәки башҡа төрлө органдары тарафынан тормошҡа ашырыла[3].
2014 йылдың 27 майында сыҡҡан № 136−ФЗ Федераль законы менән муниципаль берәмектең ике яңы төрө индерелә[4]:
- ҡала эсендә бүленешле ҡала округы — Рәсәй Федерацияһы субъекты законына ярашлы, ҡала эсе муниципаль берәмеге рәүешендә ҡала эсе райондары ойошторолған ҡала округы;
- ҡала эсе районы — ҡала эсендә бүленешле ҡала округы территорияһының бер өлөшөндәге ҡала эсе муниципаль берәмеге, уның сиктәрендә урындағы үҙидаралыҡ туранан-тура халыҡ тарафынан һәм (йәки) урындағы үҙидаралыҡтың һайлап ҡуйылған йәки башҡа төрлө органдары тарафынан тормошҡа ашырыла.
Remove ads
Рәсәйҙә муниципаль берәмектәр һаны
Remove ads
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads