Переволоцк районы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Переволоцк райо́ны (шулай уҡ Переволот районы) — Ырымбур өлкәһе районы. Административ үҙәге — Переволоцк ҡасабаһы.
Remove ads
География
Майҙаны — 2756,44 км². Төньяҡта — Александровка районы, төньяҡ‑көнсығышта – Октябрьский районы һәм Һаҡмар районы, көньяҡ‑көнсығышта — Ырымбур районы, көньяҡта — Илек районы, көнбайышта Новосергиевка районы менән сиктәш була.
Тарих

1924 йылда район территорияһы Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы Бәләбәй кантоны (элекке Туҡ-Соран кантоны) составынан сығарыла.
Район 1935 йылда Ырымбур өлкәһе составында ойошторола.
Халҡы
Башҡорт ауылдары: Ғәбдрәфиҡ, Үрге Ҡунаҡбай һәм Ҡотләмбәт. Күп башҡорттар Кичкасс, Претория, Степановка һәм Алисово ауылдарында йәшәй.
Ҡоролош
- Абрамовский ауыл советы
- Адамовский ауыл советы
- Донецкого ауыл советы
- Зубочистенский ауыл советы
- Зубочистенский Второй ауыл советы
- Кариновский ауыл советы
- Кичкасский ауыл советы
- Кубанский ауыл советы
- Мамалаевский ауыл советы
- Переволоцкого ауыл советы
- Преторийский ауыл советы
- Родничнодольский ауыл советы
- Садового ауыл советы
- Сеннинский ауыл советы
- Степановский ауыл советы
- Татищевский ауыл советы
- Чесноковский ауыл советы
- Южноуральский ауыл советы
- Япрынцевский ауыл советы
Remove ads
Билдәле шәхестәре
- Амантаев Ғабдулла Сәхипгәрәй улы — башҡорт балалар яҙыусыһы, әҙәбиәт, фольклор өйрәнеүсе, йәмғиәт эшмәкәре.
- Амантаев Ғәббәс Ямалетдин улы — башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре.
- Бикбаев Рауил Төхфәт улы — Башҡортостандың халыҡ шағиры, әҙәбиәт белгесе, йәмғиәт эшмәкәре.
- Нартайлаҡов Мәжит Әхмәт улы — табип, Башҡорт дәүләт медицина университеты проректоры.
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads