Туҡ-Соран кантоны

From Wikipedia, the free encyclopedia

Туҡ-Соран кантоны
Remove ads

Туҡ-Соран кантоны (рус. Ток-Суранский кантон, Ток-Чуранский кантон) — Башҡортостан кантоны.

Ҡыҫҡа факттар Туҡ-Соран кантоны, Ил ...

Административ үҙәге – Иҫке Ғүмәр.

Thumb
1927 йылда Туҡ-Соран улусы Бәләбәй кантоны составында
Thumb
Туҡ-Соран кантоны картаһы 1920
Remove ads

Тарихы

1917 йылдың декабрендә III Бөтә башҡорт ойоштороу ҡоролтайы «Башҡортостандың автономиялы идараһы тураһында» ҡарарын ҡабул итә, уға ярашлы Башҡортостан мөхтәриәте туғыҙ кантондан тора: Барын-Табын, Бөрйән-Түңгәүер, Ете ырыу, Иҫкен-Ҡатай, Ҡыпсаҡ, Ҡыуаҡан, Тамъян, Туҡ-Соран һәм Үҫәргән[1][2]. 1919 йылдың башына ҡарата Башҡортостан мөхтәриәте 13 кантондан тора: Арғаяш, Бөрйән-Түңгәүер, Дыуан, Ете ырыу, Көҙәй, Ҡошсо, Ҡыпсаҡ, Табын, Тамъян-Ҡатай, Туҡ-Соран, Үҫәргән, Юрматы һәм Ялан[3].

1919 йылдың 20 мартындағы «Үҙәк Совет власы менән Башҡорт хөкүмәте араһында Башҡорт совет автономияһы тураһында килешеү»гә ярашлы республика территорияһы 13 кантондан тора, уның араһында Туҡ-Соран кантоны ла була.

1922 йылда 5 октябрендә Туҡ-Соран кантоны ваҡытлыса Стәрлетамаҡ кантонына буйһондоролған.

Бөтә Рәсәй ҮБК‑ның 1921 йылдың 3 октябрҙың ҡарары буйынса Люксембург улусы (Ҡыпсаҡ улусынан бүленеп сыҡҡан) — Һамар губернаһына, Уран улусы (Йомран-Табындан) Ырымбур губернаһы ҡушылған. 1922 йылда кантонда 6 амбулатория эшләгән.

1923 йылдың 10 февралендә Бәләбәй кантоны Туҡ‑Соран кантоны ҡушыла. 1924 йылда 21 октябрҙә Туҡ-Соран улусы Ырымбур губернаһы күсә.

Thumb
Башҡортостан кантондары, 1920
Remove ads

Кантон башҡармаһы (ревкомы) рәйестәре

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads