Плутоний

химик элемент From Wikipedia, the free encyclopedia

Плутоний
Remove ads

Плутоний (лат. Plutonium, Pu, атом һаны 94) — Менделеевтың периодик таблицаһының 7-се осор элементы. Тәртип номеры — 94.

Ҡыҫҡа факттар Кем хөрмәтенә аталған, Асыусы йәки уйлап табыусы ...

Мурт, бик ныҡ ағыулы ауыр радиоактив металл, көмөш аҡ төҫтә[4]. периодик таблицала актиноидтар ғаиләһендә урынлашҡан.

Remove ads

Символы

Плутоний элементының символы — Pu (Плутоний тип уҡыла).

Үҙенсәлектәре

Был элемент өсөн башҡа элементтарҙан структур һәм башҡа физик-химик үҙенсәлектәре ныҡ айырылып тороуы хас[4]. Плутонийҙың төрлө температураһәм баҫым диапазонында ете аллотроп модификацияһы бар уҡ ваҡытта билдәле бер[5]: α, β, γ, δ, δ', ζ һәм ε.

Тотороҡло изотоптарға эйә түгел.

Тарих

Плутоний 1940 йылда Гленн Сиборг тарафынан асыла. Берклиҙа Калифорния Университеты хеҙмәткәрҙәре төркөмөнөң плутонийҙы асыуы 60 дюймлы циклотрон ярҙамында башҡарыла.

Сәнәғәт күләмендә етештерелә башлаған тәүге яһалма химик элемент[6] (1946 йылда СССР-ҙа Силәбе-40-та ҡорал ураны һәм плутоний етештереү предприятиеһы төҙөлә). АҠШ һәм артабан СССР уны тәүгеләр булып етештерә башлай. Плутонийҙы тәбиғи изотоп уран U238. элементынан алалар. Донъяла төрлө формала һаҡланған плутонийҙың дөйөм һаны 2003 йылда 1239 т тип баһаланған[7].

Ул ядро ҡоралы («ҡорал плутонийы» тип атала), гражданлыҡ һәм тикшеренеү атом реакторҙары өсөн яғыулыҡ һәм космик караптар өсөн энергия сығанағы етештереүҙә киң ҡулланыла[8].. 1945 йылда АҠШ-та төҙөлгән һәм тикшерелгән донъялағы беренсе атом-төш бомбаһында плутоний заряды ҡулланыла. 1949 йылда СССР-ҙа беренсе һыналған бомба ла шул уҡ типтағы була[9]

Ҡыҫҡа факттар Тышҡы медиафайлдар ...
Thumb
Берклиҙағы циклотрон, нептуний плутоний һәм алыу өсөн ҡулланыла.
Thumb
ГленнТеодор Сиборг (1912—1999) хеҙмәткәрҙәре менән бергә Берклиҙа тәүге тапҡыр плутонийҙы синтезлай . Эдвин Макмилланға һәм Гленн Сиборгҡа «трансуран элементтары химияһын өйрәнеү өсөн» 1951 йылда Нобель премияһы бирелә .

Исеменең килеп сығышы

Thumb
Был астрограф ярҙамы менән Плутондың беренсе һүрәттәре алына.

94-се химик элементтың исемен Артур Валь һәм Гленн Сиборг биргән. 1948 йылда Эдвин Макмиллан урандан һуң табылған 93-й химик элементты нептуний тип атарға тәҡдим итә, сөнки Нептун планетаһы Урандан һуң беренсе тора. Ә икенсе булып Уран артында Плутон урынлашҡан, бына шулай плутоний атамаһы килеп сыға.

Плутонийҙың хаҡы

1971 йылға тиклем бер грамм плутоний-238 мең АҠШ доллары самаһы тора[10], 2010-се йылдарҙағы хаҡы 4 мең тип баһаланған була.

1992 йылда АҠШ 6 млн АҠШ долларына Рәсәйҙән 30 кг плутоний-238 һатып алыу килешеүе төҙөй (200 мең/кг); һөҙөмтәлә 20 кг тирәһе алып барыла[11].

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмә

Һылтанмалар

Сығанаҡтар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads