Плутон (мифология)
боронғо грек һәм рим мифологияһында ер аҫты батшалығы һәм үлем аллаһы From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Плуто́н (бор. грек Πλούτων, лат. Pluto) боронғо грек һәм рим мифологияһында ер аҫты батшалығы һәм үлем аллаһының исемдәренең береһе. Б. э. т. V быуаттан башлап был боронғораҡ Гадес исеменә (Айд, ᾍδης Hā́idēs) исеменә өҫтәлгән һәм уны тулыһынса ҡыҫырыҡлап сығарған.
Плутон — Сатурн һәм Опаның өлкән улы. Ағаһы Юпитер, Нептун, Церераның, Вестаның һәм Юнонаның ағаһы һәм алиһә Прозерпинаның[1] ире. Титандар һәм гиганттарҙы еңгәндән һуң, ағалы-энеле йыһанды бүлешә, Һәм Плутонға ер аҫты батшалығы һәм үлгәндәрҙең күләгәләре өҫтөнән хакимлыҡ бирелә. Плутон «ҡунаҡсыл» тип һаналған, әммә бөтәһен дә үҙ йортона теләп ҡабул иткән, әммә бер кемде лә кире ебәрмәгән ыҡҡа килмәгән алла. Бер нисә миф Плутонды байлыҡ аллаһы — Плутос[2]менән бәйләй. Плутонға арналған, Элидала урынлашҡан бер генә ғибәҙәтхана билдәле. Плутонға ҡорбан йөҙөнән ҡара төҫтәге эре мөгөҙлө мал килтерелгән. Плутонды ҡулына двузубец йәки жезл, ҡайһы берҙә муллыҡ мөгөҙө[3] тотҡан килеш һүрәтләгәндәр.
Плутон һәм Прозерпина хөрмәтенә Римдә байрам Терентин (Tarentini) [4] һәм Таврий уйындары (Taurian Games) [5] уйындары байрам ителгән.
Remove ads
Боронғо грек мифологияһы
Геракл, Еврисфей (Эврисфей) өсөн йәһәннәм эте Церберҙы алырға барғанда, Плутон менән алыша. Геракл Плутондың ҡулбашын яралай, һәм Плутонға, яраны дауалау өсөн, үҙенең батшалығынан китергә һәм Олимптағы аллалар табибы Пеонға барырға кәрәк була. Икенсе осраҡта Плутон Персефонаны йәһәннәмдән урлау ниәте менән йәһәннәмде ҡалдырып киткән. Плутондың кешегә күренмәү мөмкинлеген биргән башлығы була. Ошо башлыҡты Персей, Афина һәм Гермес та кейә торған була[3].
Remove ads
Боронғо рим мифологияһы
Боронғо Рим мифологияһында Плутон - Сатурн һәм Опаның (Крон һәм Рея) улы, Юпитер, Юнона, Нептун, Церер һәм Вестаның ағаһы. Плутон үҙ биләмәһенә ер аҫты донъяһын алған һәм ундағы байлыҡтарҙың илаһы итеп тәғәйенләнгән. Ер өҫтөнә сираттағы ҡорбанын һайлап, уны үҙенең ҡараңғы йортона алып инер өсөн генә сыҡҡанлыҡтан, уны кешеләр ҡот осорғос, дәһшәтле көс итеп ҡабул иткән. Плутон, дүрт ҡара айғырға егелгән яу арбаһына ултырып, ерҙә ҡояш нуры үтеп инеп, ҡараңғылыҡты ҡыуа алырлыҡ ярыҡ бармы, икәнен тикшергән.
Бер ваҡыт ул үҫемлектәр алиһәһе бик матур Прозерпинаны үҙе менән алып китә, һәм уны Гадеста тәхеткә ултырта[6].
Remove ads
Иҫкәрмәләр
Сығанаҡтар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads