Поляковка (Учалы районы)

From Wikipedia, the free encyclopedia

Поляковка (Учалы районы)map
Remove ads

Поляковка (рус. Поляковка) — Башҡортостандың Учалы районындағы ауыл. Поляковка ауыл Советының административ үҙәге. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 677 кеше[1]. Почта индексы — 453711, ОКАТО коды — 80253865001.

Ҡыҫҡа факттар Ил, Федерация субъекты ...
Remove ads

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)1615
1920 йыл 26 август2632
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар2636
1959 йыл 15 ғинуар1522
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар869
2002 йыл 9 октябрь794
2010 йыл 14 октябрь67731935847,152,9
Милли состав

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы өҫтөнлөклө милләттәр — урыҫтар (59 %), башҡорттар (34 %).

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Remove ads

Географик урыны

Поляковка ауылы Уй йылғаһы буйында урынлашҡан.

  • Район үҙәгенә тиклем (Учалы): 55 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Ҡорама): 11 км

Тарихы

Троицк өйәҙе Ҡаратабын улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә XVIII быуат аҙағында Уй йылғаһы буйында баҡыр мәғдәне табыусы урыҫтарҙың Поляковский руднигы ауылы булараҡ нигеҙ һалынған. Һуңыраҡ Уй йылғаһында алтын йыуа башлағандар. Поляковка ҡасабаһы барлыҡҡа килә. 1839 йылда ауылда 123 йортта 323 ир-ат, 330 ҡатын-ҡыҙ теркәлгән.

1866 йылда Поляковка ауылындағы 187 хужалыҡта 980 кеше йәшәгән. Халҡы баҡыр мәғдәне һәм алтын табыу эше менән мәшғүл булған. 1900 йылда 2 мәктәп, һыу тирмәне булған. XX быуаттың 20‑се йылдарынан хәҙерге атамаһы менән йөрөтөлә[2].

1920 йылда 504 йортта 2632 кеше теркәлгән[3]

Thumb
Thumb
Thumb

Хәҙерге осор

Поляковка ауылында урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар[4].

Урамдары

  • Яр урамы (рус. Береговая улица)
  • Һаҙ тыҡрығы (рус. Болотный переулок)
  • Дражный урамы (рус. Дражная улица)
  • Йәшел урам (рус. Зеленая улица)
  • Почта урамы (рус. Почтовая улица)
  • Миләш тыҡрығы (рус. Рябиновый переулок)
  • Баҡса тыҡрығы (рус. Садовый переулок)
  • Совет урамы (рус. Советская улица)
  • Туңғатар урамы (рус. Тунгатаровская улица)
  • Мәктәп тыҡрығы (рус. Школьный переулок)
  • Үҙәк тыҡрыҡ (рус. Центральный переулок)[5].
Remove ads

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads