Пономарёв Руслан Олегович
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Руслан Олегович Пономарев (11 октябрь 1983 йыл) — украин шахматсыһы, ФИДЕ буйынса донъя чемпионы (2002—2003). Украинаның атҡаҙанған спорт мастеры.
Remove ads
Биографияһы
Руслан Олегович Пономарев 1983 йылдың 11 октябрендә Украина ССР-ының Донецк өлкәһендә Горловка ҡалаһында тыуа. Шахмат уйнарға автомобилдәр ремонтлау заводында инженер булып эшләгән атаһы өйрәтә. 9 йәшендә Руслан 10 йәшкә тиклемге балалар араһында тәүҙә Горловка ҡалаһының, һуңынан Донецк өлкәһенең чемпионы исемен яулап, беренсе разрядҡа эйә була. 1998 йылдан донъяның иң йәш гроссмейстеры[11]. 13 йәшендә 18 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр араһында Европа чемпионы була. Тағы бер йылдан шул уҡ категорияла донъя чемпионы исемен яулай. 2002 йылдың ғинуарында шахмат буйынса донъяның иң йәш чемпионы була (FIDE версияһы буйынса); ул саҡта Русланға ни бары 18 йәш була. Украина йыйылма командаһы составында XXXVI һәм XXXIX Шахмат олимпиадалары чемпионы.
2003 йылдың 12 ғинуарынан Михаил Чигориндың донъя чемпиондарын еңеүселәрҙең символик клубы ағзаһы.
Шахмат уйынарға бала сағы һәм үҫмер йылдары үткән Горловкала өйрәнә. 2001 йылда ир-егеттәр араһында Европа чемпионатының вице-чемпионы. 2002 йылда Линареста халыҡ-ара турнирҙа 2-се урын ала. ФИДЕ Донъя кубогының 2005, 2009 йылдарҙағы финалисы. Дортмундтағы халыҡ-ара турнир еңеүсеһе (2010).
Remove ads
Спорт һөҙөмтәләре
Наградалары
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads