Порт-Вила
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Порт-Ви́ла (ингл. һәм Ҡалып:Lang-bi, франц. Port-Vila) — Тымыҡ океандың көньяҡ-көнбайыш өлөшөндә урынлашҡан Вануату республикаһының иң ҙур ҡалаһы һәм баш ҡалаһы. Эфате утрауының көньяҡ-көнбайыш ярында Меле пляжында урынлашҡан.
Remove ads
Тарихы
Порт-Вила урынлашҡан территорияны колонизациялау порт территорияһына күсеп ултырыуҙан башлана. 1882 йылда, оҙайлы ҡоролоҡ һәм малярия таралыуына ҡарамаҫтан, Вила — Эфате утрауының коммерция үҙәгенә әүрелә.
1906 йылда Вила колонияның баш ҡалаһы тип иғлан ителә, унда хөкүмәт урынлаша. Уның төп урамы ул ваҡытта Burns Philp компанияһы келәттәрен Һәм Француз Яңы Гебридтар Нәшриәте бинаһын (франц. Société Française des Nouvelles-Hébrides) бәйләгән тар һуҡмаҡ булған. Был ярлы ҡала, башлыса берәҙәктәр һәм Яңы Каледония төрмәһенән азат ителгән енәйәтселәр йәшәй.
1930-сы йылдарҙа европалар һаны бик тиҙ кәмей башлай, хәҙер ҡалала уларҙың һаны 1 000 кешенән саҡ ҡына кәмерәк[3].
Европаларҙан тыш Вилала йәшәргә рөхсәт ителгән берҙән-бер кешеләр — унда эшкә ялланған ни-вануату халҡы вәкилдәре; башҡа ни-вануатулар 15 көн эсендә ҡаланан китергә тейеш була. Комендант сәғәте булған: әгәр кеше киске сәғәт 9-ҙан һуң урамға сыҡһа, ул төндө төрмә камераһында үткәргән.
Икенсе донъя һуғышы ваҡытында Порт-Вила союздаштар ғәскәрҙәре базаһы була. 1970 йылда түбән һалымдар индерелгәндән һуң, ҡалала йәнле төҙөлөш башлана: иҫке иҫкергән колониаль ҡоролмалар һүтелә, уларҙың урынында бетон биналар төҙөлә, урамдар түшәлә, 1972 йылда төп пристань төҙөлә, ул йыл һайын круиз судноларын ҡабул итә, Вила туристарҙың популяр ял итеү урынына әйләнә.
2002 йылдың ғинуарында ярҙан бер нисә километр алыҫлыҡта ер тетрәү була, ул ҡалаға һәм яҡын-тирәләге ерҙәргә ҙур зыян килтерә[4].
2009 йылда, Рәсәй менән Вануату араһында дипломатик мөнәсәбәттәр урынлаштырыуҙың ике йөҙ йыллығы хөрмәтенә, ҡала үҙәгендә рус диңгеҙсеһе Василий Михайлович Головнинға һәйкәл ҡуйыла[5].
Remove ads
Климаты
Порт-Вила ҡоро һәм эҫе, шулай уҡ ямғырҙар миҙгеле булған тропик климат зонаһында урынлашҡан.
Remove ads
Иҡтисады


Ҡала утрау төркөмөнөң коммерция үҙәге булып тора. Тәү ҡарашҡа халыҡ тулыһынса француздарҙан тора кеүек, әммә ҡала күп милләтле, унда ни-вануатулар, инглиздәр, француздар, ҡытайҙар һәм вьетнамдар йәшәй. Сауҙа порты, ҡалала дауаханалар, ҡунаҡханалар, казинолар, бер нисә баҙар, сауҙа урындары, спорт стадионы, мәҙәниәт йорто, педагогия институты, Көньяҡ Тымыҡ Океан университеты кампусы, бер нисә ит һәм балыҡ эшкәртеү заводы урынлашҡан.
Ҡала янында Вануатуның төп халыҡ-ара аэропорты — «Бауэрфилд» урынлашҡан.
Архитектураһы
Ҡаланың иң күренекле биналарының береһе — Сакре-Кёр (Изге Йөрәк; франц. Sacre Coeur) католик соборы, ул Порт-Вила епархияһына инә. 1992 йылда Ҡытай эшселәре ярҙамында парламент бинаһы төҙөлә[6].
Туғандаш ҡалалар
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads