Вилмош Прёле

From Wikipedia, the free encyclopedia

Вилмош Прёле
Remove ads

Вилмош Прёле (Проле, венг. Prőhle Vilmos; 29 октябрь 1871 йыл2 октябрь 1946 йыл) — венгр төркиәтсеһе, башҡорттарҙы һәм ҡарасайҙарҙы өйрәнеүсе, ҡарасай—балҡарҙарҙы өйрәнеүгә фәнни яҡтан нигеҙ һалыусыларҙың береһе.

Ҡыҫҡа факттар Тыуған көнө, Тыуған урыны ...
Remove ads

Биографияһы

Вилмош Прёле 1871 йылдың 29 октябрендә Австро-Венгрияның Ньиредьхаза ҡалаһында тыуған.

Будапешт университетын тамамлаған.

1895 йылда төрөк тел ғилеме буйынса диссертация яҡлай.

18991917 йылдарҙа инжил гимназияһында уҡытыусы булып эшләй.

1908 йылдан алып Австро-Венгрияның Клуж университеты приват-доценты була.

19191920 йылдарҙа Дебрецен университетында төрөк теле һәм әҙәбиәте уҡытыусы булып эшләй.

1920—1922 йылдарҙа Дебрецен ҡалаһынан Венгрия Короллегенең Милли йыйылышы депутаты була, «Уянып барған мадьярҙар Союзы» һәм «Этелькез Союзы» хәрәкәттәренең лидерҙарының береһе була.

19231943 йылдарҙа Будапешт университетының ғәрәп филологияһы кафедраһында уҡыта.

Remove ads

Фәнни эшмәкәрлеге

Урта һәм Көнсығыш Азия халыҡ-ара йәмғиәтенең Венгрия комитеты йүнәлтмәһе буйынса, Бернат Мункачи етәкселегендә Рәсәй империяһына ебәрелә. 1901 йылда Башҡортостанда була[1]. 1901 йылда венгр төркиәтсеһе «Заятүләк һәм Һыуһыулыу» башҡорт эпосының бер вариантын яҙып ала. Уның мәғлүмәттәренең бер ҙур булмаған өлөшө Будапешта «Билдәле башҡорт әкиәтенең варианты» исеме аҫтында немец һәм венгр телдәрендә донъя күрә[2]. Рәсәйҙә ғалим башҡорт, ҡарасай һәм балҡар телдәре буйынса әһәмиәткә эйә булған материалдар йыя.

19081916 йылдарҙа венгр һәм немец телдәрендә ҡарасай-балҡар теле буйынса беренсе эштәрен, шул иҫәптән Ҡарасай—Черкес Республикаһының халыҡ шағиры Касбот Кочкаровтың бер нисә шиғри текстарын, нәшер итә.

Remove ads

Әҙәбиәт

  • Pröhle Vilmos. Karatschaische Studien. — Budapest, 1909.
  • Pröhle Vilmos. Baskir nyelvtanulmányok. // Szemle Keleti. — IV-V-VI. — Будапешт, 1903—1904.

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads