Пустарнаков Владимир Павлович

проьежал From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads

Пустарнаков Владимир Павлович (7 ноябрь 1924 йыл — 19 июль 2000 йыл) — СССР һәм Рәсәй рәссамы. 1964 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (1995) һәм Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1993). 1‑се (1985) һәм 2‑се (1943) дәрәжә Ватан һуғышы ордендары кавалеры.

Ҡыҫҡа факттар Зат, Гражданлыҡ ...
Remove ads

Биографияһы

Владимир Павлович Пустарнаков[1] 1924 йылдың 7 ноябрендә БАССР-ҙың Стәрлетамаҡ кантоны[2] Дедово ауылында тыуған.

Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша, хәрби наградалар менән бүләкләнгән[3].

19461947 йылдарҙа Мәскәүҙә Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан һәм демобизацияланған яугирҙар өсөн урта сәнғәт мәктәбендә уҡый.

1948 йылдан Өфөлә йәшәй һәм эшләй.

1948 йылдан 1959 йылға тиклем мәктәптәрҙә рәсем һәм һыҙма буйынса уҡытҡан. 1962 йылдан РСФСР Художество фондының Башҡорт сәнғәт оҫтаханаларында эшләй.

2000 йылдың 19 июлендә Өфөлә вафат була.

Remove ads

Эштәре

Первый снег, к. м., 1959. Башкирский пейзаж, х. м., 1962. Мальчик с саблей, х. м, 1963. Натюрморт «Окно», х. м., 1964. Долина Агидели, х. м., 1964. Серый день, х. м., 1964. Пастбище, х. м., 1967. В предгорьях Урала, х. м., 1967. Рассвет, х. м., 1971—1974. Пулеметная рота, х. м., 1971—1974. 1943-й год, х. м., 1974. Триптих «Родина», двп. м., 1974—1977: За власть Советов; 1942-й год; 1946-й год. Окончание сенокосных работ, х. м., 1977. Строительство Тобольского острога, двп. м., 1976—1978. Первостроители, двп. м., 1976—1978. Жена декабриста, двп. м., 1976—1978. В. И. Ульянов (Ленин) в Сибирской ссылке, двп. м., 1976—1978. Гидротәҙәүсе эштәре, двп., 1976—1978. Мотор төҙөүселәр Һарайының фасады интерьерҙарын биҙәү эштәре, Өфө, 1967—1969, мозаика техникаһы, фрескалар (Ф. А. Кащеев, А. А. Кузнецов, Р. Нафиков, Л. Я. Круль, С. А. Литвинов менән берлектә).

Remove ads

Күргәҙмәләре

1957 йылдан — республика, декада, зона, төбәк, бөтә Рәсәй, бөтә Союз һәм сит ил күргәҙмәләрендә ҡатнашыусы.

  • 1957 йылдан Республика күргәҙмәләре (1972 һәм 1977 йылдарҙағы йәштәр күргәҙмәлеренән тыш).
  • «Социалистик Урал» зональ күргәҙмәләре: Свердловск, 1964; Пермь, 1967; Силәбе, 1969; Өфө, 1974.
  • БАССР рәссамдары әҫәрҙәренең декада күргәҙмәһе, Мәскәү, Ленинград, 1969.
  • В. И. Ленинға 100 йыл тулыу айҡанлы БАССР рәссамдары әҫәрҙәре күргәҙмәләре, Ульяновск, 1970.
  • 3 зона рәссамдары әҫәрҙәре күргәҙмәһе, Мәскәү, 1971.
  • РСФСР-ҙың автономиялы республикалары рәссамдары әҫәрҙәре күргәҙмәһе, Мәскәү, 1971.
  • Ҡарағалпаҡ АССР-нда башҡорт сәнғәте декадаһы көндәрендә БАССР рәссамдары әҫәрҙәре күргәҙмәһе, Нукус, 1976.
  • «Совет Рәсәйе» Бөтә Рәсәй художество күргәҙмәһе, Мәскәү, 1977.
  • Бөйөк Октябрҙең 60 йыллығына бағышланған «Ленин юлы менән» Бөтә Союз һынлы сәнғәт күргәҙмәһе, Мәскәү, 1977.
  • БАССР рәссамдары әҫәрҙәре күргәҙмәһе ГДР-ҙа, Галле ҡалаһы, 1975.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads